Предыдущая публикация
Артҡа ҡалһаң, тапалырһың,
Ғүмер хәтәр тамаша.
Мәле менән арғымаҡһың,
Мәле менән алаша,
Тормош хәтәр тамаша.
Артҡа ҡалһаң — тапалырһың,
Алдыңды алдыраһың.
Өйөрмәләр өйөрөлә,
Танһығың ҡандыраһың.
Артҡа ҡалһаң — тапалырһың,
Ҡара әле алдыңды.
Алыштарҙа алдыраһың,
Йәшен өтә ялыңды.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев