Предыдущая публикация
Ҡала майҙанында боҙ һарайҙар,
Боҙ йылғалар, боҙҙан — күперҙәр.
М. Кәрим
Билен яҙҙырған ел ҡаҡҡылаймы
Тыныс ҡына торған ҡурамды.
Беләйемсе илдең тын алышын,
Урап килейемсе урамды.
Майҙанына инде иҫең китер:
Көмөш күпер,
Көмөш күбәләр...
Зыҡ ҡубалар бында,
Шат тауыштан
Күккә ҡалҡа боҙло түбәләр.
Тик торғанда
Күңелдәрем бер саҡ
Ҡалҡындымы донъя шауынан.
Ҡыуаныстың түбәһенә менеп,
Төшкән булдым боҙҙар тауынан.
Биттәремә минең ҡағылып уҙа
Елдәрҙең дә инде иркәһе.
Күҙ теймәһен:
Бала тауышынан
Күтәрелә илем иртәһе.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1