Предыдущая публикация
Мин бәләкәй,
Юҡ, юҡ, дәүмен икән,
Баштарыма болот эләгә.
Йыһан уртаһынан атлап барам,
Офоҡтарға төшә күләгәм,
Күк ҡаялар ҡалҡҡан эргәлә.
Аяҡ аҫтарында борғолана
Иҙел, Һаҡмар, Әнйәк, Һәләүек,
Диңгеҙ тигәндәре — күләүек.
Урал батыр — алыҫ олатайым,
Атлап киләм үткән замандан.
Быуаттарҙан быуаттарға ашам,
Уттар сыға минең табандан.
Алдарымда йәшен тулап китә,
Елдәр һуға ҡай саҡ аҫтыртын.
Әй, мәңгелек,
Тыуыр таңдарына
Инеп бара шулай башҡортоң.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев