Тимер Йосопов шиғриәте

Тимер Йосопов шиғриәте
* * * Гел миҙгелдәр алға баҫа— Бер йәшел дә бер аҡ, Әй ҡатындар, Әй ҡатындар, Йондоҙҙарҙай йыраҡ. Миҙгел тигәндәре һалҡын, Бер ҡараһаң, ялҡын. Әй ҡатындар, Әй ҡатындар, Йондоҙҙарҙай яҡын. Баштарымда көйрәй хәҙер Миҙгелдәрҙең ҡары. Йондоҙҙарҙай был ҡатындар, Етеп булмай бары... Ғүмер ярынан ҡолаһам Упҡын ҡосағына, Еттем тиеп алданырмын Йондоҙ усакына... Тимер Йосопов "Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан 2009 йыл
* * * Күкһел яҙҙар еткән дәһә, Әй, тағы ла таң сыңлай. Мәңгелектең ҡыйығынан Көндәр тама тамсылай. Ғүмер бер килгән яҙ төҫлө, Дауыл мине ҡамсылай. Мәңгелектең ҡыйығынан Йылдар тама тамсылай. Тимер Йосопов "Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан 2009 йыл
* * * Алға баҫа алһыу офоҡ, Елдә елберләп кенә. Атым юрта, Арбамда мин Киләм келдерләп кенә. Асыуланам, Ҡоштар ҡунып, Офоҡ ситен һүткәнгә. Киләсәккә еләменме, Әллә ҡайтам үткәнгә. Арбаларҙан төшәйем дә Ҡоласымды кирәйем. Юлдың саңын иңдән атып, Иртәгәмә керәйем. Тимер Йосопов "Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан 2009 йыл
ҠАРТ ЗАРЫ Киткәндәрҙе оҙата бит ҡалам, Ҡайтҡандарын инде ҡаршылай. Сит илдәре шундай яҡынайҙы, Шундай яҡын, мейес башылай. Кеҫәләр буш, Ҡапшанаһың инде, Килеп баҫып донъя ҡашына. Сит илдәргә генә етеп булмай — Менеп булмай мейес башына. Тимер Йосопов "Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан 2009 йыл
* * * Әҙәп ҡайҙа һуң? Бына бер ҡайғы. Килен кирелә, Ҡайкаи ҡайны, Әй, әҙәм, айны... Биткә иман һүҙ Бәрәләр гена. Экрандарҙа — Шәрәләр генә... Бер ҡартты, ҡара, - Ҡаҡланғанмы ни?.. Телевизорына Ҡапланғанмы ни?.. Ейән менән ҡарт, Эштәре харап, Алдарына баҡ, Ялтырай шарап... Әҙәп ҡайҙа һуң — Бына бер ҡайғы... Килен кирелә, Ҡайҡая ҡайны, Әй, әҙәм, айны... Тимер Йосопов "Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан 2009 йыл
ДАУЫЛДА Ҡайҙа ғына баш терәйем, Дауыл килә үкереп. Ә баҡсала алмағастар Сәскә атҡан күпереп, Һүҙеңде дауыл урланы, Ни теләнең әйтергә? Елдән ҡурҡып һыйынғаның Килә тағы хәтергә. Алмағастар сәскә атҡан Майҙың ун биштәрендә. Үткәндәрем иҫтәремдә — Елле яҙ кистәрендә. Дауылға ҡаршы сығырға Инде хәҙер кәрем юҡ. Ҡайҙа ғына һыйынайым, Яндарымда йәрем юҡ. Елдәр килеп йолҡоп китә Йөрәгемдең аһтарын. Йәшен кеүек, Үтте микән, Әй, дауыллы саҡтарым. Донъяһына ни булған һуң, Шығырлай й
* * * Билдәһеҙ ғәскәрме ябырыла, Болоттар ябырыла яр һымаҡ. Әйтерһең, тауҙарҙы һелкетеп, Кешнәп ебәрә арғымаҡ, Болоттар ябырыла яр һымаҡ... Йыһанға һыймайса тулғана, Болоттар ябырыла яр төҫлө, Бәрелә, һуғыла, кителә, Уларға киң Урал тар төҫлө... Әйтерһең, меңәр йыл әүәле... Уралға хас яуҙар ишелә. Уҡтарҙан тулған ай тишелә, Ирҙәрҙең ғүмере киҫелә... Әй, һарыҡ өйөрө — болоттар Бара ла тауҙарға һыйына, Ҡолаҡ һал һылыуҙар йырына. Болоттар йәшенә тауҙарға, Аҡ малың — илеңдең хәстәр
ЙӨРӘГЕМ ҠАНАТЛЫ Асыуҙан ҡайтам бер Дыуамал сағыма. Әй, ҡолас кирәйем, Тотоноп салғыма. — Ҡабарған елме был? — Ҡаштарын төйһөндәр, — Саманан ашты бит, Енме был? —тиһендәр. Йәшлегем биләме, Биләме — бирелә. Әйтерһең, мин — бөркөт, Ҡанатым кирелә. Беҙме һуң сибектәр, Беҙме һуң ебектәр? Үксәгә баҫа бит Был һынсыл егеттәр. Асыуҙан ҡайттым бер Дыуамал сағыма. Ҡоласым кирәйем, Көн ҡуна салғыма. Тимер Йосопов "Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан 2009 йыл
* * * Артҡа ҡалһаң, тапалырһың, Ғүмер хәтәр тамаша. Мәле менән арғымаҡһың, Мәле менән алаша, Тормош хәтәр тамаша. Артҡа ҡалһаң — тапалырһың, Алдыңды алдыраһың. Өйөрмәләр өйөрөлә, Танһығың ҡандыраһың. Артҡа ҡалһаң — тапалырһың, Ҡара әле алдыңды. Алыштарҙа алдыраһың, Йәшен өтә ялыңды. Тимер Йосопов "Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан 2009 йыл
Show more
About page
Author, Ufa, Russia
Страница посвящена творчеству народного поэта Башкортостана Тимеру Юсупову.(1938 - 2016)