Предыдущая публикация
Ҡырҙарымда ураҡ тамамланды,
Бер көнлөкмө әллә урғаным.
Юрғаныма ҡарап аяҡ һуҙам,
Ҡыҫҡа икән ниңә юрғаным.
Икеләргә ярылырҙай булдым,
Ярылдым да, буғай, мин, ахмаҡ.
Ҡояштарым батып,
Айым ҡалҡһа,
Өмөттәрем китә гел аҡһап.
Тажлы батша сүрәтенә инеп,
Хыялдарым ҡалҡа таң менән.
Хаҡлыҡ яуҙарынан ҡайтам, имеш,
Еңеп ҡайтам, имеш, дан менән.
Игенсе лә һәм хаким да, имеш,
Батшаларҙан мин эт ектерәм.
Бураҙнаға ҡыуып төшөрәм дә,
Бил бөктөрөп,
Иген иктерәм.
Асылыма ҡайтам,
Асылыма,
Юрған ҡыҫҡа,
Башҡа ел өрә.
Ҡояштарым байып,
Айым ҡалҡһа,
Уйҙарым гел ҡырға елдерә.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев