Предыдущая публикация
Елдәр килеп һүндергәндә
Йондоҙҙарҙың суҡтарын,
Таңдар ата,
Офоғо ла
Турһайтамы урттарын?
Тәгәрмәс төҫлө ҡойонон
Ел миңә тәгәрәтте.
Үҙ иткәнгәме донъяны,
Донъя бирә кәрәкте.
Ҡойондарҙа, әй, йолҡоноп,
Баҫам һары күрәнгә.
Донъя гелән ҡаҡты-һуҡты,
Минеме үҙ күргәнгә.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1