Предыдущая публикация
Яурынды йылдар баҫа,
Яйы юҡ туҡталырға,
Яттар арта,
Дошмандар ҙа
Әйләнмәй дуҫтарыма.
Ауыр һүҙҙәр әйтмәгеҙ, тим,
Күңел тулған сағыбыҙ.
Яттар арта,
Дуҫтар кәмей,
Һирәгәйә сафыбыҙ,
Ярҙай йылдар ябырылды,
Яңырттылар ярамды.
Аҙмы иҫке дуҫтарымдан
Яңы яттар яралды.
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев