Предыдущая публикация
Тулаған буранға ҡарап,
Ниңә киткән һуштарым?
Минең ише булдымы ни
Иртә киткән дуҫтарым?!
Минең ише инеме ни,
Йәшендәй һулар ине,
Елеп килгән арғымаҡтай,
Буранда тулар ине.
Күкте ҡаплар болот төҫлө,
Йөҙөмө һағыш ятты.
Балҡып торған ҡош юлындай,
Ҡалған юлдары яҡты.
Әйткәндәре сәпкә тейҙе,
Урыҡ-һурыҡ булманы,
Һулыштарын быуа ине
Үҙәк өҙгөс бураны.
Яҙмышығыҙ — яҙыласаҡ
Шундай яҡты бер әҫәр:
Ҡайҙарҙа һуң уйсан Рәми,
Ҡайҙа шаян Миәссәр?
Ҡайҙа Вафа, ҡайҙа Динис?
Ҙур ағайым — Әнүрем ?
Үҙем менән китер инде
Ҡайғыларым, әрнеүем.
Ҡайҙа икән бөркөттәрем,
Кире ҡайтмаҫ ҡоштарым?
Минең ише булдымы ни
Иртә киткән дуҫтарым?!
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев