Таныш тарафҡа юл тоштө —
Йәшлегем юҫығына.
Барып ҡына һуғылдым мин
Үткәндең офоғона.
Әй, ғәмһеҙлек тыныс йоҡлай,
Даръялар ҡутарылған.
Завод сыңы ишетелмәй,
Цехтары туғарылған.
Үткәндәрем — йөрәгемдә,
Үткәндәрем — телдә бит.
Тынып ҡалған ҡоролмалар
Торғаны бер һөлдә бит.
Мәңгелектең даръяһынан,
Әй, төтәп аҡҡан кеүек,
Йүгерә инек цехтарҙа беҙ
Уттарға ҡапҡан кеүек.
Иҫтә:
Цехым утҡа һалып,
Минән үс ҡандырғаны.
Хәҙер телһеҙ станоктар —
Үлек мал ҡабырғаһы.
— Һағыш күсе, миңә килмә,
Бағанаға һарыл, — тим. —
Йөрәгемде биләп алды,
Теләһәң һин, ярыл, — тим.
Ниңә килеп Аяҡ баҫтым
Йәшлек тигән төбәккә?
Цехтар төҫлө,
Мин үҙем дә
Ҡалдым ҡоро һөйәккә.
2001
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев