Предыдущая публикация
Ваҡыт елә,
Ҡош елпенә
Төпһөҙ ғаләм төбөндә.
Шул уҡ килеш ҡояш ҡалҡа,
Аттар йөрөй тибендә.
Ҡарҙар ирейме еремдә —
Ҡояш йыһан төбөндә...
Ҡалын көрттө сапсый-сапсый,
Аттар йөрөй тибендә.
Дауыл менән алышырға
Йылдар беҙҙе өйрәтте.
Гүйә, аттар ер сапсымай,
Сапсый минең йөрәкте.
Дуҫтар ҡайҙа?..
Ҡалған улар
Ҡайтмаҫ үрҙә — тегендә...
Шул уҡ килеш ҡоштар һайрай,
Аттар йөрөй тибендә...
Тимер Йосопов
"Һайланма әҫәрҙәр", III том китабынан
2009 йыл
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев