УРЫНЫ ЙӘННӘТӘ БУЛҺЫН...
ӘСӘЙҘӘН ХАТ
Йылама һин, балам,мин киткәстән
Һағыштарға һалма үҙеңде.
Яҙмыш шулай ғүмер яҙған икән,
Сабыр ит һин,булсы түҙемле.
Йылама һин, балам,мин киткәстән,
Яҙмыштарҙы бер үк ҡарғама.
Мин күктәрҙән һине күреп торам
Яңғыҙ ҡалдым тиеп уйлама..
Йлама һин, балам,мин киткәстән,
Ауыр булыр һиңә,һығылма.
Һин дә миңә доға уҡып торһаң
Минең хәлдәр яҡшы булыр ҙа..
Иртән-иртүк тәҙерәңә килеп
Елдәр булып тәҙрә ҡағырмын.
Балаларым һау-сәләмәт тиеп
Мин йәнема дауа табырмын.
Йылама һин балам,сабыр бул һин,
Тормошоңдо ҡара,алға бар.
Йәнәшәңдә һинең туғандарың,
Һөйгән йәрең булыр һиңә пар.
Мин күктәрҙән һиңә бәхет теләп
Төштәреңә килеп керермен.
Ауырлыҡтар һиңә тиҙермәйсә
Йәнәшәңдә һаҡлап йөрөрмөн...
Г Сафиуллина
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3