Предыдущая публикация
Барыһы өсөн !
Өйрәткәнең өсөн йәшәргә ...
Ҡырыҫ та һин ...
Ҡайсаҡ үтә йомшаҡ ...
Ғүмер буйы һабаҡ -дәрестә...
Һынауын да бирҙең һынар өсөн -
Әүерелдем шуға көслөгә .
Мең рәхмәттәр ...
Егәр бөткәндә лә
Йәшәткәнең өсөн кешесә...
Башым эйәм ...
Шатлыҡ миҙгелдәрен
Мулдан өләшкәнең өсөн дә...
Йылатҡанға ... Юҡ , юҡ үпкәләмәйем ...
Асыу тотмайым ... Ундай түгел дә...
Юҡ тип әйтмәйем ... Йығылған да булды
Тигеҙҙә лә хатта абынып...
Ҡулың һуҙҙың, сабырлыҡҡа өндәп...
Өмөт сатҡылары ҡабыҙҙың . ..
Рәхмәт тимәй ... Тағын нимә тиәйем?
Ҡулымды ҡыҫҡ әйҙә дусларса !
Һин бәхетле , әгәр үҙ-үҙеңде
Кеше итеп тойһаң тормошта...
Динар Хайруллин
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев