Предыдущая публикация
Кеше күңеле - ҡарурман .
Буйҙар етмәҫ төпһөҙ күлдер,
Һандыҡтыр биктә торған .
Күңелдәрҙең бар төрлөһө ,
Аҡтары ... ҡаралары .
Болғансыҡ һыуҙан да бысыраҡ ...
Ысыҡ һыуҙай сафтары...
Бар киңдәре... бар тарҙары ,
Тел менән "уйнағаны ".
Көнләшеүҙән ҡара көйөп ,
Күлмәккә һыймағаны...
Юҡҡа ғына әйтмәйҙәр шул:
"Кеше күңеле - ҡарурман ".
Кәрәк булһаң - бар да туған ,
Кәрәкмәй - йылан һымаҡ ...
Венера Шарафисламова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2