We use cookies to improve our service for you.
You can accept them or configure them yourself. More information
Хәйерле иртә дуҫтарым! Яңы эш аҙнаһы яҡшы хәбәрҙәр генә алып килһен, үҙебеҙ һау сәләмәт булайыҡ, уңышлы үтһен көнөбөҙ!
БӨГӨН ӘСӘЙЕМДЕҢ ЯҠТЫ ДОНЪЯНАН КИТЕҮЕНӘ 20 ЙЫЛ БУЛЫП КИТТЕ.УРЫНЫ ЙӘННӘТӘ БУЛҺЫН... ӘСӘЙҘӘН ХАТ Йылама һин, балам,мин киткәстән Һағыштарға һалма үҙеңде. Яҙмыш шулай ғүмер яҙған икән, Сабыр ит һин,булсы түҙемле. Йылама һин, балам,мин киткәстән, Яҙмыштарҙы бер үк ҡарғама. Мин күктәрҙән һине күреп торам Яңғыҙ ҡалдым тиеп уйлама.. Йлама һин, балам,мин киткәстән, Ауыр булыр һиңә,һығылма. Һин дә миңә доға уҡып торһаң Минең хәлдәр яҡшы булыр ҙа.. Иртән-иртүк тәҙерәңә килеп Елдәр булып тәҙрә ҡағырмын. Балаларым һау-сәләмәт тиеп Мин йәнема дауа табырмын. Йылама һин балам,сабыр бул һин, Тормошоңдо ҡара,алға бар. Йәнәшәңдә һинең туғандарың, Һөйгән йәрең булыр һиңә пар. Мин
Әсәй ҡәҙерҙәрен белдемме тип Үҙәктәрем ҡайсаҡ өҙөлә Ғүмер үткән һайын нығыраҡ тоям Әсәй кәрәклеген үҙемә. Мин күптәнән үҙем әсәй инде Олаәсәй ҙә булдым күптәнән Тик һаман да үҙемә әсәй кәрәк Айырыла алмайым үткәнәдән. Һағынам шул,әҙерәк борсолһам да Уртаҡлаштым һөйләп әсәйгә Әсәй булған саҡта эс серҙәрем Булманы шул минең уҙемдә. Әсәйем йөрәгенә бары һыйған Оло ҡайғы ,юҡ бар хәсерәт Барһы өсөн борсолма тип Йыуатырға булған әҙерәк. Кисерүен һорайым да бит хәҙер Беләм инде ул бит кисергән Борсоуҙарҙы йөрәгемә төйнәп Купме ғүмер унһыҙ утелгән. Тыныс йоҡла инде әсәкәйем Урындарың булһын ожмахта Төштәремә йышыраҡ кергелә һин Йәтим итмә мине ысынлап та! Э Галимова.
Әсәм ҡулы бер ҡағылһа ине, Күптән салдар ҡунған башыма. Ниҙәр әйтер инең миңә, Әсәй, Бөгөн килеп баҫһам ҡаршыңа?.. Яулыҡ остарына һөртөп күҙ йәшеңде, Элеккесә микән иларһың? "Үҙең беләң, балам, ней әйтәйем? Абай бул!"- типме икән тыярһың? Ниҙәр әйтер инең миңә, Әсәй, Әгәр белгән булһаң, хәлемде? Йылытырға миңә ябырһыңмы Иңеңдәге мамыҡ шәлеңде? Әгәр яңылышһам, кәңәш бирсе, Дөрөҫ юлға мине алып сыҡ. Тик әрләмә мине, Әсәкәйем, Был тормош бит шундай буталсыҡ... Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов
Бәхетлеләр ҡотлай әсәйҙәрен, Изге теләктәрен еткерә... Әсәйһеҙҙәр иһә байрам көнөн Иҫтәлектәр менән үткәрә. Минең дә бар ине әсәй генәм - Биштән тотҡан кәртәм, терәгем... Йылдар үткәс кенә аңланым мин Әсәйҙәрҙең һәр саҡ кәрәген. Әле лә ул инә төштәремә, Борсолоуҙар баҫһа күңелде. Әсәм рухы тере - беләм, тоям, Әсәләр бит белмәй үлемде! Әсәкәйем, байрам менән һине! Ишетәһеңме, ҡыҙың өндәшә? Төштәремдә генә күренһәң дә, Уйҙарымда шулай мең йәшә! Кемдең Әсәләре бөгөн яндарында Улар иң бәхетле кешеләр. Ғүмерегеҙ оҙон, һаулыҡ бирһен Һеҙгә Ғәзиздәрҙән - ғәзиз Әсәләр.
Мин дә һине, Әсәй, ҡотлар инем, Фани донъяларҙа булһаң, янымда. Һин юҡлыҡҡа күнер уйҙарыма, Еңер көстәр тапһам аңымда. Мин дә һине, Әсәй, ҡотлар инем, Күрешеүҙәр мөмкин түгел бит. Әгәр мине күктән күҙләниһәң, Ихлас ҡотлауымды ҡабул ит!.. Мөхәмәтйәр МӘҒӘСҮМОВ
"Йәннәт әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында ”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр . Бәрәкәтле, имен, тыныс тормошҡа бары тик әсәйҙәрҙең хәйер -доғаһы , уларҙың фатихаһы аша ғына ирешеп була. Әсәйҙәрҙе һаҡлап , хөрмәт итеп, гел һөйөндөрөп йәшәйек , дуҫтар ! Иҫән саҡта ғәзиз кешеләребеҙҙең ҡәҙерен беләйек ,тыуған нигеҙҙәргә эҙҙе һыуытмай ,йышыраҡ ҡайтып йөрөйөк !Үҙебеҙҙең ихтирамыбыҙҙы ,иғтибарыбыҙ аша ҡәҙерлеләребеҙгә бәхетле миҙгелдәрҙе бүләк итәйек !Ҡәҙерле әсәйҙәрбеҙ һеҙҙең алда мәңге бурыслыбыҙ !Иҫән -һау булып,беҙҙе ҡыуандырып ҡояш кеүек балҡып йәшәгеҙ! Байрамығыҙ менән һеҙҙе! 🌺🌺🌺
Төркөмебеҙҙәге барлыҡ әсәйҙәрҙе ысын күңелемдән әсәйҙәр көнө менән тәбрик итәм . Һеҙгә ҡоростай ныҡ сәләмәтлек , именлек, эшегеҙҙә ҙур уңыштар , ҡояштай оҙон ғүмер теләйем !!!Һәр ваҡыт шат, һөйкөмлө, бәхетле булығыҙ !!! Кем донъяға кеше бүләк итә, Ә кешегә - яҡты донъяны? Тойғолары ҡояш кеүек ҡайнар , Эретерлек гранит ҡаяны ? Кем йылмая йәйге таң атҡандай, Балҡып китә шундуҡ тирә-яҡ ? Нәфислеге гөлдәр һоҡланырлыҡ , Көләслектә уға тиңдәр юҡ ? Ул, әлбиттә, йәшәү сығанағы . Тормош йәме - ӘСӘЙ , ҡатын - ҡыҙ !!! Байрам менән әсәйҙәр!
Хәйерле иртә дуҫтарым, ялдарығыҙ күңелле үтһен!
Show more