ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added yesterday at 20:39
Һағыныуҙарым сиктән ашҡан саҡта , Һағынғанда һине өҙөлөп . Күҙ йәштәрем өтә бәғерем де , Ярты йәнем ҡала өҙөлөп . Тын алышым туҡталғандай була, Һауа етмәй ,ҡалам һулышһыҙ... Һине һағынып өҙгөләнә күңел, Бер көнөм дә үтмәй һағышһыҙ ... Эсер һыуым,һулар һауам бит һин , Йән аҙығым,күңел наҙым һин . Тик һин кәрәк миңә йәшәр өсөн , Һинһеҙ бер көн йәшәй алмайым мин... Гөлсем Нәбиуллина.
ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added yesterday at 19:03
Һин киттең дә, үҙең менән бергә Алып киттең бөтөн наҙымды. Күңелемдән йолҡоп алып киттең Йәшел япраҡ ярған яҙымды . Үҙең менән алдың йәйҙәремде, Сәскә атмай һулыны гөлдәрем. Әйтерһең дә ваҡыт етмәй генә Күңелемә килде көҙҙәрем. Үзең менән алдың, беҙ яратҡан Сихри, матур айлы төндәрҙе . Ҡараңғылыҡ һарыны, һин булмағас , Ҡояш көлөп торған көндәрҙе. Ярты йәнем һинең менән китте , Төҙәлмәҫлек ҡалды яраһы . Шул яралы йәнем менән әле Белмәйем тағын күпме бараһы . Йәнде дауаларҙай дарыуҙарҙы Ҡайҙан ғына эҙләп табаһы ?... Гүзәлиә Исламова.
ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added yesterday at 05:31
"Һөйгән йәрҙәр " тибеҙ ... Йәр тиеүҙәр Әллә инде яра һүҙенән ...? Яра һалып күпме йәрҙәр киткән ...- Күпме йөрәк әрнеп өҙөлгән !? "Һөйгән йәрем " тибеҙ ... Йәр тиеүҙәр Йәр түгел бәлки, яратыу ...? Ғүмерең буйы һөйөп , янып, көйөп , Берәү өсөн генә йән атыу ? Һөйгән йәрҙәр һөйһен яра һалмай , Ике йөрәк типһен бер парҙа ! Ғүмер йылғалары ағышында , Яратҡандар булһын бер ярҙа! Гөлфиә Ғаянова
ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added yesterday at 05:17
1 февраль иртәһе хәйерле булһын , дуҫтарым ! Ҡыштың өсөнсө айы барыбыҙға ла күңел тыныслығы , йәшәү шатлығы , изге хәбәрҙәр , киләсәккә өмөт -ышаныс , ныҡлы һаулыҡ һәм ҡояшлы матур көндәр алып килһен ! Һау сәләмәт булайыҡ !
ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added January 31 at 05:47
Ғинуар айының һуңғы көнө хәйерле булһын! Тормоштоң һәр минутынан ләззәт алып, алдағы көндәрҙә һау сәләмәт булып йәшәргә яҙһын! Көнөгөҙ уңышлы үтһен.
ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added January 30 at 20:01
ҠАЙТЫП БУЛҺА... Сабый саҡҡа әгәр ҡайтып булһа, Йәш ярымлыҡ мәлгә китер инем. Ғүмеремдә бер ҡат әйтә алмаған «Атай!» тигән һүҙҙе әйтер инем. Йәшлегемде ҡайтарыптар булһа, Һине күргән мәлгә китер инем. Йөрәгемдә йөрөтөп, әйтә алмаған «Һөйәм!» тигән һүҙҙе әйтер инем. Үткәндәргә ҡайтыр әмәл булһа, Әсәйле лә мәлгә китер инем. Ҡосағына һыйынып, тағы бер ҡат «Әсәй!» тигән һүҙҙе әйтер инем. Киләсәккә әгәр барып булһа, Балам тормоштарын күрер инем. Кескәй саҡтағылай бер яратып, «Улым, бәхетле бул!» тиер инем. Зөһрә Ҡотлогилдина.
ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added January 30 at 19:43
Һағындыңмы тиһең ... Ә һин , йәнем Ҡосоп ал да ... Бер һүҙ өндәшмә Мөхәббәткә һүҙҙәр кәрәк түгел Ике йөрәк әйҙә серләшәһен . Күҙҙәреңде йомоп йәнемде ҡос Йәнемде той, минем матурым Һиңә булған тиңһеҙ һөйөүемде Йөрәк телем һиңә аңлатыр. Тыңла, йәнем , тыңла... Тынлыҡ аша Йөрәк ауазымды ишет һин Берҙән-берем , тиңһеҙ мөхәббәтем Пар ҡанатым - һулар һауам һин . Һағындыңмы тиһең ... Һағынмайса Мөмкинме һуң һине , һөйөклөм... Рүзилә Гатауллина
ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added January 30 at 18:00
Янып-көйөп йөрөгән көндәрем бар, Йоҡламайса сыҡҡан төндәрем бар; Һәр нимәне күрер күҙҙәрем бар, Кешеләргә әйтер һүҙҙәрем бар, – Шуға , ахры, һөйәм тормошто . Алға ашҡындырған юлдарым бар, Бер-берһенән матур уйҙарым бар; Күпме шатлыҡ , күпме моңдарым бар, Йырланасаҡ күпме йырҙарым бар, – Шуға , ахры, һөйәм тормошто. Был донъяла күпме дуҫтарым бар, Бәхет теләп әйтер тостарым бар; Ер йылыһын йыйған йөрәгем бар, Кешеләргә минең кәрәгем бар, – Шуға , ахры, һөйәм тормошто . Зөләйха
ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added January 30 at 05:56
Мин ҡыштарҙы бигерәк яратам, Ынйы ҡарҙар тиеп йән атам. Ҡар юрғанын һелкеп ҡабартам, Бәҫте йондоҙ итеп таратам. Мин ҡыштарҙы бигерәк үҙ итәм, Селләләре ҡаты – түҙ икән. Бурандары етеҙ, тиҙ икән, Ҡыҙылтүштәр тере ҡуҙ икән. Өшөтһә лә селлә һалҡыны, Һис һүрелмәй һөйөү ялҡыны: Йондоҙ булып был хис балҡыны, Әсир итте мине ҡар тыны. Мин ҡыштарҙы бигерәк яратам! М. Байгарина
ХИСТӘР ДАРЪЯҺЫНДА
added January 30 at 05:49
Мин был ерҙә зәңгәр күктәр кеүек Төрлө хистәр менән йәшәнем. Тыныс болоттарҙай аға торғас Утлы йәшен кеүек йәшнәнем. Мыжыҡ ямғырҙарҙай иланым да Ҡояш һымаҡ булдым көләкәс. Уҫал елдәй етди иҫкәйнем бер, Тормош үҙе шулай өйрәткәс. Шаян йондоҙҙарға оҡшайым,тип Күҙҙәремде ҡыҫып ҡараным. Тулған айҙай кинәт моңһоуланып Керпегемде түбән ҡаҙаным. Ялт -йолт иткән ялағайҙар ғына Зәңгәр күкте кинәт яғалай. Был донъяла төрлө сағым булды, Тик булманым, шөкөр,ялағай. Һәм тағы ла... Оло бер йыйында Гел йылмайып шундай арыным. Мин бәхетле инем Ана -а -ау йылы Көткән саҡта ауыл һарығын. Гүзәл Сиражетдинова
Show more