Предыдущая публикация
Бер - береһен ватып, этә - төртә
Һыймайынса ҡайсаҡ ярына.
Йылғаларҙа тағын боҙ ҡуҙғалды,
Сәйәхәткә, диңгеҙ яғына.
Ҡабалана улар, ашығалар
Ятып ҡалмайыҡ тип ағымдан.
Әйтерһең дә унда, әллә ҡайҙа
Кемдер көтә, кемдер һағынған.
Яр буйында халыҡ, бала - саға,
Хайран ҡалып ҡыла тамаша.
Текә ярҙан боҙ аҡҡанын ҡарап,
Баш әйләнә күҙҙәр ҡамаша...
Бер - береһен ватып, этә - төртә
Эркелешеп боҙҙар ағыла.
Яҙҙар һайын боҙҙар киткәнен,
Күреү яҙһын ине тағыла...
М. Мәғәсүмов.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев