...Илдә бола, аҫыл ир-егеттәр
Табуттарҙа ҡайта йортона...
Ҡара болот япты күңелдәрҙе,
Илаҡ ямғыр яуа тын ғына...
Һуғыш!.. Оран һала һәр бер йортҡа...
Саҡырыла ғәзиз уландар...
Мәғәнәһеҙ һуғыш кемгә кәрәк,
Кемде кемгә ҡаршы ҡуйғандар?..
Украина халҡы ҡан-йәш түгә,
Сират етер тағы кемдәргә?..
Меңәрләгән һорау мейе сүкей,
Инде күпме йәште түгергә?..
...Шайморатов дивизияһына
Аҫыл егеттәрҙе йыйҙылар...
Аҡса тиеп, ҡайһыларын көсләп
Һуғыш яланына ҡыуҙылар...
Ниндәй ҡаһарманлыҡ күрһәтһә лә
Батырлығын йомоп килделәр!
Ҡултамғалар йыйып, ыҙа менән
Данлы исем яңы бирҙеләр...
Башҡорттарҙы алға әйҙәү өсөн
Батыр рухын алға ҡуйҙылар...
Ҡаһарман ир иҫтәренә төшөп,
Дивизия төҙөй һалдылар.
...Сит бауырҙар баҫ