Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Хөрмәтле ауаздаштар!
Һуңғы мәлдәрҙә башымдың ауыртыуы менән ныҡ йонсойом, ыҙаланам. Ләкин, мин һыҙланыуҙарға түҙәм, ауыртыныуҙарҙы онотоп эшләргә тырышам, яңы йырҙар яҙҙырам, ныҡышмал ижад итәм. Ниңәлер, һуңғы көндәрҙә, дарыуҙар, уколдар ярҙам итмәгән төҫлө тойола башланы. Аллаһы тәғәлә ярҙамында, минең телефон номерымды табиб Боҫҡонов Ахтям Мөхәмәт улына биргәндәр.
Бөгөнгө көндә табиб Өфө районының "Цветы Башкирии" ҡасабаһында ҡабул итә. Табибтың ярҙамы тейә башлаған кеүек булды, һыҙлананыуҙарым баҫылды. Боҫҡонов Әхтәм Мөхәмәт улына үҙемдең оло рәхмәттәремде белдерәм, уға иҫәнлек-һаулыҡ, ауыр хеҙмәтендә уңыштар теләйем!

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев