Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Ә Рәфил, эт, гел шуны хәтергә төшөрә. Атаһы яһап биргән машина, мылтыҡ менән уйнатмай, ярышта еңелһә йәки бәхәс уның файҙаһына тамамланмаһа: «Ә һинең атайың юҡ, белдеңме?» – тип ҡысҡыра ла ҡаса. Был йән өшөткөс хәбәр Кәримде сығырынан сығарыуын, үҙ-үҙен белештермәҫ хәлгә еткереүен яҡшы белә, тик туҡмалғыһы килмәй. Бәкер ағай ҡаланан тәмлекәс алып ҡайтһынмы, шашка уйнарға өйрәтһенме, урманға барғанда юлдарын ҡуян ҡыйып үтһенме – ниңә бөтә ҡыҙыҡлы хәл шул атайлы кешегә генә тәтей икән? Улар былай ҙа бәхетле бит. Бына шуныһына төшөнә алмай ыҙаланы Кәрим. Әллә икенселә, әллә өсөнсөлә уҡығанда Рәфилгә лә ҡара көндәр килде. Атаһы бер мәрйәгә әүрәп сығып киткән, тинеләр. Бытылдаҡ, шаян дуҫы өндәшмәҫ, ҡырағай малайға әүерелде лә ҡуйҙы. Уҡытыусылар менән әрләшә, уйнарға ла сығарып булмай. Атайһыҙ йәшәп ҡара әле, күп көлдөң минән, тип башта ҡыуанған Кәрим дә дуҫын йәлләп бошона башланы...
Сайтта: https://ye102.ru/articles/litra/2026-08-23/nige-hik-y-marat-minev-4775896

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев