Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
БЕҘҘƏ БАР💥
Ер-һыу тарихын, атамаларҙы өйрәнә башлағас, һәр ауыл һайын тиерлек ҡыҙыҡ исемле урындар барлығын белдек. Шуларҙың бер нисәһенең тарихын асыҡланыҡ та инде:
Хәсрәт урамы.
Яйҡар ауылында ошондай исемле урам бар. Был урам төпкөл, әммә бик матур ерҙә, ҡайындар араһында. Ә ниңә “Хәсрәт” тигәндәр һуң был урамды? Элегерәк бер уҫал ҡатын улы һәм килене менән бергә йәшәгән.Ҡәйнә килененә бер ҙә көн күрһәтмәгән. Шунан улар өй һалып башҡа сығырға булғандар. Килене уҫал ҡәйнәнән ҡасып өйҙө алыҫҡа, түбә ашаһына һалдыртҡан, ти. Яңы өйгә сыҡҡас, килендең күңеле йомшап китеп, ҡәйнәһен ҡунаҡҡа саҡырған. Ҡәйнә ҡунаҡ булып ҡайтырға сыҡһа, көн буранлап киткән. Ҡәйнә ҡайта алмай тағы 3 көн ятҡан, ти. Шунан ул: “эй, килеп етеп булмай, килһәң, ҡайтып булмай! Бына ҡайҙа ул, хәсрәт!”- тигән ти. Бына шунан һуң ҡалған был урам исеме. Хәҙер был матур урам ҙурайғандан ҙурая.
Күбәләк төбәгенең–ер-һыу атамалары.
Әбйәлил районы Байым ауылы урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Хажиәхмәтова Лилиәнең эҙләнеү эше.
Етәксеһе: Абдрафиҡова Әлфиә Бәхтиәр ҡыҙы. 2017 йыл
фото Яйкаровский СК
" Ҡыҙыҡлы топонимика"

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев