Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Йәғни, "иң кәмендә 10 мең үлеүсе" тигән түңәрәк һанды бөтә Рәсәй төбәктәре араһынан тап беҙҙең Башҡортостандың ирҙәре беренсе булып ашаҡлаған (был – гәзиттәрҙә һәм селтәрҙәрҙә сыҡҡан рәсми хәбәрҙәргә һәм некрологтарға ярашлы мәғлүмәт, тигәндәр). Моғайын, Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин, Сәлиә Мөхәммәтғәлина кеүектәрҙе ҡотларға ла булалыр. Һуғыштың беренсе көндәренән егеттәрҙе әүҙем өгөтләнегеҙ, саҡырҙығыҙ, оҙаттығыҙ – хәҙер эшегеҙҙең емештәре алыҫтан уҡ күҙгә бәрелеп тора. "Ике Вова һуғышҡанда беҙ, башҡорттар, тығылмайыҡ, тыныс ҡына йәшәйек, артайыҡ, үҫешәйек", – тигән беҙҙең яҡ иһә еңелде... Моғайын, һеҙгә өҫтәп тағы Маҡтау ҡағыҙы бирерҙәр, йә – сираттағы исем. Борсолмағыҙ, ил һеҙҙе онотмаҫ..._
© t.me/dinigilem

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев