Шарлауыҡтар йотто был өндө.
Алһыу ҡояш тауҙар ҡосағында
Ирене лә, Ерҙә көн һүнде.
Тауҙарымды ҡуйынына алды
Сөм ҡара ла бәрхәт төнгө күк.
Күпме ғүмер ҡалғанлығын һанай
Сауҡалыҡта ана бер кәкүк.
Етегәндә ете йондоҙ балҡый,
Ҡош юлында серле яҡтылыҡ.
Йән серемде тик төн генә белә,
Сер бүлешеү хәҙер ят ҡылыҡ.
Ҡара төндә мин серҙәште таптым,
Ышанысты күрҙем төҫөндә.
Был донъяға һынмаҫ өсөн килдек,
Мең һынауҙы үтер өсөн дә.
Йондоҙҙарын берәм - берәм сүпләп,
Күкте һыҙҙы ҡояш уҡтары.
Кәкүк тынды, тик ул бары белмәй
Йөрәгемдең ҡасан туҡтарын.
Ҡая ташлы тауҙар йәшкәҙәне,
Ысыҡ ине уның күҙ йәше.
Таңғы сафлыҡ - сабый паклығылай,
Баҡтым бөгөн уға көнләшеп.
Фәнил Бүләков.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев