Предыдущая публикация
- Ҡыш ҡар әҙ булһа, йәй уңыш уңмаҫ.
- Ҡышҡы көн йәйҙе әйтер, йәйге көн яҙҙы әйтер.
- Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.
- Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа, йылыға тарта.
- Ҡыш көнө болот юлланып торһа, көн йылыта.
- Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал мул булыр.
- Урман елһеҙ шаулаһа, буран сығыр.
- Ҡыш һыуыҡ булһа, йәй эҫе булыр.
- Ҡыш көнө тоҙ еүешләнһә, ҡар яуыр.
- Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.
- Мөрйәнән төтөн тура сыҡһа, һыуыҡҡа.
- Бүрәнә шартлаһа, көн һыуытыр.
- Утын шартлап янһа, һалҡын көт.
- Ағастар шаулаһа, буран булыуын көт.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев