Предыдущая публикация
Действия
Аҡ бурандар - ҡыштың ярһыуҙары...
Ер өҫтөнә һалды бураҙна.
Күңелемде елдәрендә тетеп,
Буран бурай инде бер аҙна.
Геүләп, өзләп ала ошо буран,
Өйөрөлтә ҡарҙы ҡыш тыны.
Һыҙғыра ел йәнде буранлатып,
Күтәрермен Хоҙай ҡушҡанын.
Бурандарҙа яңғыҙ ҡалған инем,
Елдәр менән ҡуша олоном.
Күҙҙән түгел, йәндән тамды йәштәр,
Мин дә кеше, хистәр ҡоломон.
Тормош еле иң әсеһе Ерҙә,
Күҙҙәр асылмай ҙа ҡай саҡта.
Хыянаттар йәнде өшөттөрөп,
Аҡ бурандай ала ҡосаҡҡа.
Сынығам мин зәһәр бурандарҙа,
Әрһеҙ елдәр өтә ҡосаҡты.
Өшөгәндәр өсөн йылым етә
Йөрәгемдә янған усаҡта.
Фәнил Бүләков.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев