Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4
Доға ҡылам һиңә, улғынам,
Хызыр Ильяс үҙе юлдаш булһын,
Тик бәхетле, балам, булғына.
Үтер һуҡмаҡтарың гел уң булһын,
Яҡшы дуҫтар сыҡһын юлыңа,
Хоҙай үҙе һәр саҡ ҡурсып торһон,
Бәрәкәттәр яуһын ҡулыңа.
Хәләл һөт имгәндәр тап булһындар,
Ҡайғы - хәсрәт урап үтһендәр,
Хәүеф - хәтәр һис тә янамаһын,
Бар ғаләмде ташлап китһендәр.
Буй еткерҙең, улым, имен йәшә,
Аҡ бәхеттәр һиңә теләйем,
Яндарыңа, балам, хәсрәт түгел,
Шатлыҡ бүлешергә киләйем.
Улдар көнө бөгөн! Эй, Кешелек!
Килһен йыл да изге был байрам,
Балаһының уңыштарын күреп,
Һәр бер Әсә ҡалһын, тим, хайран!
Уландарға ҡуш - ҡанаттар булып,
Имен йәшәйексе, Әсәләр,
Әсәле йорт - иманлы йорт, тиҙәр,
Улар бергә нурҙар сәсәләр.
Рузидә Үтәшева.