Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
"Һигеҙенсе класҡа барғанда мәктәпкә яңы уҡытыусы апай килгәйне. Бик ҡупшы кейемле, ыҫпай, һылыу. Беҙҙең класс етәксеһе итеп ҡуйҙылар Сәлимә апайҙы. Башҡа уҡытыусыларҙан үҙенең тормошҡа заманса, йәштәрсә ҡарашы, дәртлелеге менән айырылып торғандай ине ул. Балалар менән тиҙ үк уртаҡ тел табып, ихлас, тиң күреп һөйләшә, һәр саҡ яңы идеялар менән яна, беҙҙе лә рухландыра, ял көндәрендә экскурсияларға алып йөрөй. Тирә-яҡ урман-ҡырҙарҙың атамалары менән ҡыҙыҡһына, белмәгәндәрен ололарҙан һорашып килергә ҡуша. Сәлимә апай килгәс, мәктәпкә һәр беребеҙ атлығып йөрөй башлағандыр тип уйлайым. Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-05-26/be-g-b-het-l-shep-kitte-s-lim-apay-4700501

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев