Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Изге эште ауылдаштарына Бәҙретдин Зәйнәғәбдинов тәҡдим иткән. Махсус хәрби оперцияла улы Ринат, ҡустыһы Илһам Ямалетдинов, ике кейәүе - Айрат Саматов, Дмитрий Захаров, тормош иптәшенең бер туған ағаһы Асҡар, ауылдаштары Илнур Ғәлләмов, Ринат Үзбәков, Илнур Шәрипов һәләк булған.
Былтыр 1 июндә улының яуҙа башын һалыуы тураһында хәбәр килгәс, Бәҙретдин Байрәмғәле улына һәйкәл ҡуйыу тураһында уй килә. Ул матди сығымды үҙ өҫтөнә аласағын әйтеп, ер һорап ауыл биләмәһе башлығына мөрәжәғәт итә. Ризалыҡ алғас, ауыл аҡһаҡалдары, оҫталар Ибраһим Уразымбәтов, Марсель Зәйнәғәбдинов, Эдик Уразымбәтов, Әхәт Ишмөхәмәтов, Миҙхәт Хисаметдинов менән буласаҡ мемориал урынын кәртәләй, плитә түшәй. Ауыл эшҡыуары ла ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, ауыл халҡы ла өмәгә сыға.
Мемориалды асыу сараһында район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез, Федоровка райондары хәрби комиссары Ринат Ғибәҙуллин, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ауыл халҡы, уҡыусылар ҡатнашты.
“Бөгөн ир-егеттәр үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Ә был һәйкәл Ватанды һаҡлаусыларҙың исемен мәңгеләштереү, уларға рәхмәт әйтеп баш эйеү, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә мөһим объектҡа әүерелер тип ышанам”, - тине район етәксеһе һәм ошо эштә әүҙемлек күрһәткән ауылдаштарға Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез, Федоровка айондары хәрби комиссары Ринат Ғибәҙуллин, ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразымбәтов, ҡаһармандың атаһы Бәҙретдин Зәйнәғәбдинов сығыш яһап, мемориалды асырға ярҙам иткәндәргә рәхмәтен белдерҙе. Тантана һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, сәскә һалыу менән тамамланды.
Автор: Әҡлимә ИМАМОВА.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев