Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге һөт-тауар комплексы – Рәсәйҙә ошо йүнәлештәге иң ҙур предприятиеларҙың береһе. Унда малды туҡландырыуҙа яһалма зиһендең заманса технологиялары ҡулланыла. Шуныһы айырыуса мөһим: был яңы системаны үҙебеҙҙең “Асыҡ агроинновациялар” мәғлүмәт технологияһы компанияһы “Предиктор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында эшләгән.
Билдәле булыуынса, 2023 йылда булдырылған “Асыҡ агроинновациялар” компанияһы ауыл хужалығы өсөн интеллектуаль системалар эшләү менән шөғөлләнә. Улар, нигеҙҙә, һыйыр малын туҡландырыу барышын контролгә тотоуға йүнәлтелгән. Компанияның “Аҙыҡ ҡабул итеүҙең һөҙөмтәлелеген, малдың ашау-эсеү урынында булыу-булмауын һәм тәртибен күҙәтеү өсөн интеллектуаль система” программа-аппарат комплексы уңышлы тормошҡа ашырылып килә. Яһалма зиһенгә нигеҙләнгән проект һыйыр малын уның иҫәп һаны буйынса ғына түгел, ә ҙур майҙанда ла таныу, ваҡытта, киңлектә хәрәкәттәренә ҡарап, тәртибендәге етешһеҙлектәрен билдәләү мөмкинлеген бирә.
Компания 2024 йылда “Сколково” инновация үҙәгенән “OAI Live Stock” тип аталған һанлы платформа эшләү өсөн 34 миллион һумлыҡ грант ярҙамы алған. Был етештереү системаһы яһалма зиһен нигеҙендә һөт табышын арттырыуға йүнәлтелгән. Ул малды туҡландырыу, компьютер ярҙамында визуаль мәғлүмәттәрҙе асыҡлап, һыйырҙың физиологик хәл-торошон, ашау тәртибен күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән. Тап ошо һанлы платформа Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге һөт-тауар комплексында уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ауыл хужалығы етәкселеге белдереүенсә, яһалма зиһен ҡулланылған заманса технология ферма биләмәһен, мал торған урындарҙы тотошлай контролдә тотоу, һыйырҙарҙың тәртибен, әүҙемлеген анализлау, һаулығын даими күҙәтеү, сатанлау осраҡтарын асыҡлау, һауыу ҡорамалдарына мониторинг, малдың иҫәбен алып барыу, идентификациялау һәм башҡа функцияларҙы теүәл үтәй. “Төшөрөлгән видеолар шундуҡ эшкәртелә, хәл-торошто асыҡлау, таныу 99 процент үтәлә”, – ти Калинин исемендәге һөт-тауар комплексы етәкселеге.
Фото: Калинин исемендәге һөт-тауар комплексы сайтынан.
Беҙҙең МАХ-тағы каналға ҡушылығыҙ:
https://max.ru/gazetabashkortostan
Нет комментариев