
Юғары һәм һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыуын тамамлаған МХО яугирҙәренең балаларына стажировкалар ойошторола.

МХО яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә консультация һәм психологик ярҙам күрһәтелә.

МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ”Ғаилә” үҙәктәренең Берҙәм телефоны аша консультация, шулай уҡ балалар, үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр өсөн Берҙәм Бөтә Рәсәй ышаныс телефоны аша ашығыс психологик ярҙам күрһәтелә. 8-800-347-5000 Линия аноним рәүештә эшләй, республика биләмәһендә бушлай хеҙмәтләндерелә, эш көндәрендә 9-21 сәғәттәрҙә.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларын эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип танылған өйҙәрендәге оло йәштәге йәки инвалид ғаилә ағзаларына өйҙә социаль хеҙмәтләндерелә.

Социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары тарафынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың оло йәштәге йәки инвалид, социаль хеҙмәтләндереүҙә мохтаж тип танылған ғаилә ағзаларына ярым стационар формала социаль хеҙмәттәр күрһәтелә.

Стационар формала социаль хеҙмәтләндереүҙә мохтаж тип танылған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына социаль хеҙмәтләндереү ойошторола.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә килемен иҫәпкә алмай, балалалы ғаиләләргә төбәктең айырым социаль ярҙам сараларын ҡулланыуға хоҡуҡ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына урта һөнәри белем биреү программаһы буйынса уҡыу хаҡын компенсациялау.

Махсус хәрби операцияла һәләк булған ғаиләгә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтелә.

Хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланылған һөнәрҙәр буйынса һөнәри уҡыу һәм өҫтәмә һөнәрселек белем алыуға сертификаттар тапшырыла.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға реабилитацияға сертификаттар менән ярҙам ителә.

Граждандарҙың айырым категорияларына шәхси торлаҡ йорттарҙы газификациялау буйынса дәүләт ярҙамын күрһәтелә.
Нет комментариев