Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Роман Михеев сағыштырмаса оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктында һөйләшеүҙе уңышлы үтеп, дрондар операторы сафына алына.
Өҫтөнлөктәре күп
Ул тыумышы менән Красноярск крайының Зеленогорск ҡалаһынан, әрмелә хеҙмәт итеү тәжрибәһе бар, быға тиклем электр монтеры булып эшләгән. Башҡортостанға махсус рәүештә МХО зонаһына барыу өсөн килгән.
Уның һүҙҙәренсә, ул интернет селтәрендә БПЛА ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү өҫтөнлөктәре һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү тураһында мәғлүмәт таба.
- Таныштарым араһында махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәр юҡ. Мин электр монтеры булып эшләнем һәм фронтта төрлө профилле белгестәр, шул иҫәптән электриктар һәм монтерҙар кәрәк булыуын ишетеп, барырға ҡарарға иттем. Башҡортостанда шарттар яҡшыраҡ булыуын белеп, нәҡ ошо төбәктән китергә булдым, - ти Роман.
Әңгәмәләшеү һәм медицина күҙәтеүе үткәндән һуң, Романға пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә тәҡдим итәләр һәм ул ризалаша.
"Күҙҙәрем яҡшы күрә, бармаҡтарым һиҙгер. Барлыҡ деталдәрҙе лә аңлаттылар. Контрактты бер йылға төҙөргә була, унан һуң, теләһәм, хеҙмәттән китә алам. Миңә барыһы ла оҡшай", — тип өҫтәне Роман.
Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итергә теләүселәр барлыҡ мәғлүмәттәрҙе башбат.рф сайтында белә ала.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев