Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Ул Көйөргәҙе районы Молокан ауылында тыуып үҫә, әрме хеҙмәтенән һуң Күмертауға йәшәргә күсеп, авиация предприятиеһына һаҡсы булып эшкә урынлаша. Вахта ысулы менән аҡса тапҡан яҡташыбыҙ илдең төрлө төбәктәрендә була. Махсус хәрби операция башланғас, хеҙмәттәштәре яу яланында булғанда өйҙә ятып түҙмәҫен аңлай: илдең Ҡораллы Көстәре менән контракт төҙөй. Егет Курск йүнәлешендә БПЛА-ға ҡаршы көрәш подразделениеһында хеҙмәт итә. Уның бурысы – күк йөҙөндә дошмандың пилотһыҙ аппараттарын асыҡлау. Яугир һөйләүенсә, хәрби хәрәкәттәрҙе алып барыу системаһы хәҙер яңы технологияларға таяна. Был йүнәлеш буйынса уҡытыу өҙлөкһөҙ алып барыла. Яугирҙәрҙе алғы һыҙатҡа ебәрер алдынан да һауанан разведка яһала. Ә һуңынан хәрби бурыстарҙы үтәү араһындағы тәнәфестәрҙә мотлаҡ практик күнекмәләр үткәрелә. Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/care/2026-05-16/eget-ene-h-rbi-yuly-ha-ynda-yl-ne-4688413

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев