Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Ниндәй генә һорау менән килһәләр ҙә, бында яуап табалар.
Махсус хәрби операциялағы яугирҙәр, унан ҡайтҡан һалдаттар, уларҙың ғаиләләре һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булыуына Ҡариҙел тарафтарына эш сәфәре мәлендә тағы инандыҡ.
“Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Ҡариҙел районы буйынса социаль координаторы Ришат Ғәлинуров иртәнге сәғәттәрҙә үк граждандарҙы ҡабул итә ине. Беҙҙең менән әңгәмәләшкән арала ғына ла һөйләшеүҙән бүленеп, әллә күпме мәсьәләне хәл итеп өлгөрҙө ул.
– Ришат Йыһанур улы, һеҙҙең филиал ниндәй эштәр башҡара?
– Мин был вазифала үткән йылдың октябрь айынан. Беҙҙең маҡсат – махсус хәрби операция яугирҙәренә, ветерандарға, уларҙың ғаиләләренә илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа ҡаралған социаль ярҙам сараларын күрһәтеү, иғтибарһыҙ ҡалдырмау. Улар беҙгә төрлө һорауҙар менән килә: берәүҙәргә түләүҙәр килмәгән, икенселәргә утын кәрәк... Уларҙың барыһын да хәл итәбеҙ. Күптән түгел махсус хәрби операция ветераны, инвалид , “Албан” позывнойлы яугиргә өйөндә уңайлы шарттар тыуҙырылды. Хәҙер яугир өсөн бөтә нәмә тиерлек яраҡлаштырылған, системалы блок ҡуйылған һәм тауыш буйынса ул өйҙә үҙе идара итә. Мәҫәлән, “5-се ут тоҡандырғысты һүндер” тиһәң, ул һүнә. Компьютер, махсус өҫтәл ҡуйылды, ул да уңайлы кимәлдә күтәрелә, төшөрөлә, барыһы ла механизацияланған. Газдың, һыуҙың датчиктары ла уңайлы көнкүреш өсөн булдырылған. Хатта кранды яңылыш һүндермәй онотоп киткән хәлдә лә, был хаҡта хужаны тауыш иҫкәртә. Сәйнүкте тоҡандырыу, һүндереү кеүек мәшәҡәттәр ҙә тауыш менән генә идара ителә. Бындай “Аҡыллы йорт” булдырылыуға яугир ҡәнәғәт, рәхмәтле булып ҡалды, сөнки хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ошо рәүешле тауыш менән генә өйҙә бөтә нәмәгә тиерлек идара итеү бик уңайлы.
Шулай уҡ инвалидтарға адаптацияланған кейемдәргә дүрт ғариза ебәрҙек. Һәр ҡайһыһына үҙ үлсәме буйынса махсус кейем тегәләр, уны кейеү ҙә, сисеү ҙә инвалидтар өсөн бик уңайлы.
– Эшегеҙҙә нимә иң ауыры?
– Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итеүселәр байтаҡ. ДНК өсөн материал алам, барлыҡ тейешле документтарҙы тултырып ебәрәм. Яугирҙәрҙең яҡындарынан да ҙур түҙемлек кәрәк бындай осраҡта, һәр ҡайһыһының хәлен аңларға, ярҙам итергә тырышабыҙ. Яҡындары менән бәйләнеш булмауға борсолоп килгәндәр менән бергә мин дә яугирҙәрҙән хәбәр көтәм.
Был эштә социаль хеҙмәткәр ҙә, психолог та булырға тура килә. Кешеләр менән аралашыуҙа барыһы менән дә уртаҡ тел таба алам, өлкәндәр менән дә, балалар менән дә һөйләшеүе ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Беҙҙең эштә барлыҡ һорауҙарға ла әҙерлек булырға тейеш. Бының өсөн уҡыуҙар үтеп торабыҙ. Екатеринбургта курста уҡып, социаль координатор һөнәрен алдым. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән уҡырға йыйылдылар. Шуға ла кем ниндәй кәйефтә беҙгә килеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың барыһы менән дә уртаҡ тел табыу – беҙҙең бурыс. Яугирҙәр килеп керһә лә, “Рәхмәт хәрби хеҙмәтегеҙ өсөн!” тип ҡаршыларына барып күрешәм.
Суд буйынса “һәләк булған” тип танылһалар ҙа, ДНК тапшырып, балаларын табырға теләгән ата-әсәләр бар. Улар барыһы ла ышанып килә, шул өмөттәрен һүндермәҫкә тырышабыҙ. ДНК алабыҙ икән, ул һалдаттың һәләк булыуын аңлатмай. Бишәр айҙан һуң да бәйләнешкә килеп сыҡҡан яугирҙәр була. Әлбиттә, ауыр хәбәр алған осраҡтар ҙа бар. Көн дауамында минең эш бүлмәһенән кеше өҙөлмәй. Йыш ҡына төш мәлендә лә бында булам, төнгө 10-дарҙа ҡайтып кергән саҡтар бар. Ваҡыт менән иҫәпләшеп тороу юҡ, сөнки һорауҙар бик күп һәм уларҙы хәл итергә кәрәк.
Әйтергә кәрәк, был эштә райондың барлыҡ ойошмалары ла ярҙам итә, бөтәһе менән дә бәйләнештәбеҙ. Мәҫәлән, Мәшғүллек үҙәге махсус хәрби операциянан ҡайтҡан ветерандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа, башҡа һорауҙарҙы хәл итеүҙә булышлыҡ итә. Шифаханаларға ла ебәрәбеҙ. Республикала 15 шифахана беҙҙең яугирҙәрҙе, ветерандарҙы, һәләк булған һалдаттарҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итә. Ике аҙна дауамында унда һаулыҡтарын бушлай нығыта алалар.
Ғөмүмән, яугирҙәрҙе, уларҙың яҡындарын һәр яҡлап та һаҡлау, яҡлау – һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Ниндәй генә һорауҙар менән мөрәжәғәт итмәйҙәр, хатта мутлашыусыларҙың шылтыратыуҙарынан да ҡурсалап торабыҙ. Һәләк булғандарҙың яҡындарының күңелдәре был осорҙа бик нескә булыуын аңлап, кешенең ауыр хәленән улар ҙа оҫта файҙалана. “Телефондан һөйләшеүҙе өҙөгөҙ, тәүҙә минең менән кәңәшләшегеҙ йәки шылтыратҡан һанды миңә бирегеҙ” тип, яугирҙәрҙең яҡындарын төрлө хәүефтәрҙән дә һаҡларға тырышам.
– Һеҙҙең вазифала эшләү өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Үҙегеҙ армия сафтарында хеҙмәт иттегеҙме?
– Ике йыл дауамында танк ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иттем, танк йөрөтөү буйынса инструктормын. Хәрби хеҙмәткә һәр ваҡыт ыңғай ҡарайым. “Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар” тип элек-электән әйтә килгәндәр. Был һүҙҙәрҙе йәш быуынға ҡабатлайым. Үҙем 25 йыл мәктәптә эшләнем. Физкультура уҡытыусыһы булып башлағайным, мәктәп директоры вазифаһына тиклем күтәрелдем. Физкультура дәрестәрендә, төрлө түңәрәктәрҙә йәш быуында ла илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләргә тырыштым. “Йәгеҙ әле, егеттәр!” тигән ярыштар гөрләп үтә торғайны. Егеттәрҙе ул рухи һәм физик яҡтан көслө булып үҫергә ярҙам итте. Уҡыусыларым араһында Чечняла хәрби хеҙмәтте бер ауырлыҡһыҙ үткәндәр бар.
Ауылдан район үҙәгенә күсеп килгәс тә, балаларға патриотик тәрбиә биреү йүнәлешендә эшемде дауам иттем. “Өмөт” үҫмерҙәр клубында хәрби-патриот йүнәлешендә педагог-ойоштороусы булып хеҙмәт иттем. Шул осорҙа “Һеләүһен” хәрби-патриот клубын ойошторҙоҡ. Аҙаҡ райондың “Юнармия” хәрәкәтенең етәксеһе лә булдым. Бында шөғөлләнеүсе егеттәр менән республиканың төрлө төбәктәренә ярыштарға йөрөй торғайныҡ. Уҡыусыларым “Йәш спецназдар” лагерында ла шөғөлләнде, автоматтарҙы һүтеп-йыйырға, атырға өйрәнде, Рәсәй Геройҙары менән осрашыуҙар үткәрелә торғайны. Үҙемдең ошо уҡыусыларым араһында махсус хәрби операцияға юлланыусылар ҙа байтаҡ. Үкенескә ҡаршы, һәләк булғандар ҙа бар. Яҡын туғандарым араһында ла ҡайһы берҙәре махсус хәрби операциянан иҫән ҡайта алманы.
Әлеге эшемдең хәрби патриотлыҡ эшмәкәрлегенә бәйле булыуы менән ғорурланам. Һәр ваҡыт бәйләнештә булыр өсөн төрлө төркөмдәр булдырғанмын. Яугирҙәр, ветерандар, һәләк булған һалдаттарҙың яҡындары менән аралашыу өҙөлмәй. Ниндәйҙер мөһим иғлан булһа ла, концерттарға саҡырыуҙар ҙа ошо төркөмдәргә һалына. Билдәле артистар район мәҙәниәт һарайына концерт менән килһәләр ҙә, яугирҙәрҙең яҡындарына саҡырыуҙар бирәбеҙ.
Шулай итеп һәр яҡлап та яугирҙәрҙе генә түгел, яҡындарына ла терәк-таяныс булырға тырышабыҙ.
Автор фотоһы.
Ҡариҙел районы.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев