Свернуть поиск
Дополнительная колонка
Правая колонка
Эт өсөн хужаһы – ғаләмдәрҙең үҙәге. Күңелһеҙ хәлдәргә тарығаныңды иң элек этең һиҙә, тип яҙа КП.
Баҡһаң, стресс гормондарың күбәйгәнен эт тән еҫенән белә икән. Уның танауында еҫ һиҙеү рецепторҙары кешенекенән 50 тапҡырға күберәк!
Этең хәлеңде аңлап ҡына ҡалмай, ә һин кисергәнде лә кисерә.
Эт йөҙөңә яҙылған хис-тойғоларыңды һә тигәнсе уҡый, алдашҡаныңды ла белә. “Вәт һәйбәт малай!” тип һүҙ булһын өсөн генә маҡтап ебәрҙең ти – ихлас түгеллегеңде ул күреп тора.
Кеше менән бер рәттән тик эттәр генә эмоцияларҙы аңлаған йән эйәһе тигән һығымта яһаған ғалимдар.
Фото: Magnific.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев