Заһир Исмәғилев (1917–2003) – Башҡортостанда профессиональ музыка сәнғәтен үҫтереүгә башланғыс һалған композиторҙарҙың береһе. Киләһе йылдың ғинуарында республикабыҙ уның тыуыуына 110 йыл тулыуын билдәләйәсәк.
Заһир Исмәғилев Ырымбур өлкәһе Сермән ауылында (хәҙерге Белорет районындағы ауыл) урман эшсеһе ғаиләһендә тыуған.
Бәләкәйҙән ҡурай тартҡан.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Инйәрҙә урман химияһы техникумында уҡыған, шунан Белорет леспромхозында таксатор булып эшләгән.
1934 йылда Белорет ҡалаһына гастролгә килгән Башҡорт драма театрының ҡурайсы артисы ауырып киткәс, уны алмаштырған. Театр артисы Арыҫлан Мөбәрәков Заһирҙы театрға саҡырған.
Өфөлә Заһир кистәрен театрҙа ҡурайсы булараҡ сығыш яһай, көндөҙ театрҙың һәләтле йәштәр студияһында уҡый. Шунан Мәскәү консерваторияһының башҡорт милли студияһын тамамлай.
1948 йылда Мәскәү консерваторияһының композиторлыҡ факультетына уҡырға инә.
Заһир Ғариф улы Исмәғилев – Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе ректоры. Бер нисә йыл Башҡортостан композиторҙар союзы рәйесе, РСФСР Композиторҙар союзы секретары.
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың, СССР-ҙың халыҡ артисы. Күп һанлы премиялар лауреаты, ордендар кавалеры.
Заһир Исмәғилев яҙған опералар: “Салауат Юлаев”, “Ҡаһым түрә”, “Шәүрә”, “Ағиҙел тулҡындары”, “Урал илселәре”, “Аҡмулла”. Балеттары: “Сыңрау торна”. Комедия спектаклдәре: “Ҡоҙаса”, “Алмаҡай”. Йәнә фортепиано өсөн әҫәрҙәр, кантаталар, йырҙар, романстар ижад иткән.
Фото: БР Композиторҙар союзы.

“Аманат” – MAКС-та
max.ru/amanatrb
Нет комментариев