Һуңғы тапҡыр Яңы йылды 2016 йылда ауылда инәйем менән ҡаршы алғайныҡ🎄.. Тик үкенескә ҡаршы, ул йыл инәйемдең һуңғы Яңы йылы булған икән... Шунан һуң туғандарым менән гел осрашып торһаҡ та, бына инде 7 йыл үткәс, ауылда Яңы йылда йыйылыштык🎄... Туғаным үҙе Өфөлә йәшәһә лә, атай йортон ташламаны, уны матур итеп тәрбиәләп ҡарай, беҙҙең ҡайтыуға һәр саҡ шат.. Бына әле лә матур табын ҡороп беҙҙе ҡаршы алдылар.. "Эх, туганым, бала саҡта ошо өйҙә йәшәгәндә иң бәхетле саҡтар булған икән", - тинем... Минең һүҙҙәремә ул: "Э мин әле лә бәхетле, апай, атайым менән инәйемдең йортонда туғандарым менән бына ошолай бергәләп йыйылышып ултырғанға", - тине... Ә бит дөрөҫ.. 🙏Ысынлап та, инәйем менән атайым беҙгә ҡарап шатланаларҙыр тип уйлайым. Бергәбеҙ, атай йортон ташламанык.. Ошо өйгә ҡайтһаң, бөтә ҡайғы онотола...
Бына шулай һәр кемдең ҡайтып күңеленә тыныслыҡ ала торған тәпәй баҫып үҫкән атай йорто булһын, атай йортоноң нигеҙе ҡоромаһын, ул һәр саҡ гөрләп торһон🙏... Атайым, инәйем беҙҙе шул өйҙә һаман да көтәләрҙер кеүек..

Ауылыма ҡайтһам, һаман бер хәл:
Инэйемде эҙләй күҙҙәрем..
Ҡат - ҡат узам баҡса һуҡмағынан...
Табырмын тип уның эҙҙәрен.. .
Сығып ҡарайым ындыр арттарына,
Мунсаға ла кереп күҙ һалам...
Йәнем, тәнем, бар булмышым менән,
Инәкәйем, һине һағынғам...
Бына - бына килеп сығыр төҫлө
"Ҡыҙым, ҡайттыңмы? ", – тип йылмайып...
Самауырҙы ҡуйып, сэйзэр эсеп, инәй,
Ултырырбыҙ кеүек һөйләшеп...

Йыхандарзан һаман мин мөғжизә көтәм...