Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә “Тәмлекәй” ғаилә-кулинария проекты ойошторолған.
Унда ауыл халҡы ғаиләләр менән ҡатнаша, яңылыҡтар менән уртаҡлаша, ғаилә, өлгәшелгән һөҙөмтәләр хаҡында һөйләй, һәм, әлбиттә, аш-һыу әҙерләүҙең үҙенсәлекле рецептары менән таныштыра.
Тулыраҡ ауыл мәҙәниәт йорто режиссеры Гөлназ Хәмитова һөйләй. Видеояҙманы ҡарағыҙ.