Был аҙнала Учалыла “Диктор тауышы” ярышы еңеүселәре асыҡлана.
Төбәк-ара конкурс легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арнала. 6 февралдә Әхәт Мотаһар улының тыуған көнө. Беҙҙең арала булһа, уға 67 йәш тулыр ине. Быйыл 100-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән.
“Диктор тауышы” конкурсы быйыл 7-се тапҡыр үткәрелә. Уны “Юлдаш” радиоһы Учалы районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә ойоштора. Яҙ Өфөлә Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры үткәреү ҡарала.