Предыдущая публикация
Һалҡын ҡышта туңған йәнемде .
Күңелемдә моңло йырҙар менән ,
Ҡаршы алам һәр бер таңымды .
Һөйөнөп йәшәйем ,донъя матурлығын,
Йәнем тойоп , күҙем күргәнгә.
Мин бәхетле ике аяғымда ,
Күкрәк киреп баҫып йөргәнгә.
Ҡосағыма алып яҙмышымды,
Йәшәп ятам ғүмер көҙөмдә .
Үткәндәргә пәрҙә япҡанымды,
Һиҙмәгәнмен хатта үҙем дә.
Тормош ығы-зығылары менән ,
Һиҙелмәй ҙә ғүмер уҙғаны .
Күңел таҙа , йөҙҙәр яҡты булһын ,
Ҡапламаһын йылдар туҙаны .
Венера Шарафисламова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2