Предыдущая публикация
Сәйҙәр ҡуйып,
Гөрләтәйем үҙем тормошто.
Баллап-майлап ҡына сәй эсеүе
Алтын-көмөштәргә торошло.
Алтын-көмөш байлыҡ түгел дә ул,
Ныҡлы һаулыҡтарың булмаһа.
Йөрәккенәң ошо донъяларға
Һөйөү хисе менән тулмаһа.
Сайпылтмайым хисте. Тормош үҙе
Ҡойоп бирмәгәнгә әҙерҙе.
Шуға микән һәр бер тамсыһы ла,
Һәр бер күҙәнәге ҡәҙерле.
Кәрәк түгел әҙер бәхете лә,
Хоҙай бирер көсөм еткәнде.
Күргәнем бар
Сикһеҙ мул емештән
Хатта миләш һынып киткәнде.
Юҡ, һынмайыҡ әле, һығылмайыҡ,
Донъя булғас, булыр һынауҙар.
Көслө итә беҙҙе, хисле итә
Шул һынауҙан ҡалҡып сығыуҙар.
Ҡайҙа әле, тора һалайым да,
Был донъяға йәйеп ҡосағым,
Йырлай-йырлай эшкә тотонайым,
Тоҡандырып тормош усағын.
Гүзәл Сиражетдинова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2