Предыдущая публикация
Күптән салдар ҡунған башыма.
Ниҙәр әйтер инең миңә, Әсәй,
Бөгөн килеп баҫһам ҡаршыңа?..
Яулыҡ остарына һөртөп күҙ йәшеңде,
Элеккесә микән иларһың?
"Үҙең беләң, балам, ней әйтәйем?
Абай бул!"- типме икән тыярһың?
Ниҙәр әйтер инең миңә, Әсәй,
Әгәр белгән булһаң, хәлемде?
Йылытырға миңә ябырһыңмы
Иңеңдәге мамыҡ шәлеңде?
Әгәр яңылышһам, кәңәш бирсе,
Дөрөҫ юлға мине алып сыҡ.
Тик әрләмә мине, Әсәкәйем,
Был тормош бит шундай буталсыҡ...
Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2