Әсәм теле – туған тел
Туған телде һаҡлайыҡ, тип,
Саң ҡағабыҙ бер тынмай.
Мин һөйләшәм саф башҡортса,
Бер кемдән дә оялмай.
Ҡоштарҙың да балалары,
Үҙ телендә һайрайҙар.
Тик ниңәҙер башҡорттарҙан,
Тыуа урыҫ балалар?!
Ишеткән юҡ, ҡоҙғондоңдарҙың,
Сәпсек булып һайрауын.
Башҡорт йырын оҙон итеп
Берәй урыҫ йырлауын.
Туған телем беҙҙең ҡанда,
Һеңғән ул беҙҙең генға.
Ә ниңә һуң Иван тиеп,
Исем ҡушаң балаға?
Оят булып китә миңә,
Үҙ милләтем алдында.
Минең улым Иван тиеп,
Атай күкрәк һуҡҡанда.
Кем гәйепле тел үлгәнгә,
Беҙ үҙебеҙ түгелме.
Башҡорттарҙан тыуған бала,
Урыҫ булып үлерме?!
Әсә-атаһы башҡорттар,
Өндәшәм бөгөн һеҙгә.
Өйрәтегеҙ балаларҙы,
Тел ҡәҙерен белергә!
Мама, папа, тимәһендәр,
Ат