Йомшаҡ атлап йөрөүҙәрең
Китмәй күҙ алдарымдан.
"Әбей" тиеп әйткән һүҙең
Китмәй ҡолаҡтарымдан.
-Ниҙәр бешерәйем һиңә,
Нимә ашағың килә?
-Нимә өҫтәлгә ҡуйһаңда,
Бик рәхмәтлемен һиңә.
Балаларым үҫеп етте,
Ҡыуанам һин булғанға.
Үҙем ожмахта йәшәем,
Рәхмәтлемен хоҙайға.
Йәшлегемде һағынмайым,
Йәшлек иркәләмәне.
Ҡаҡты-һуҡты, аслыҡтан да
Бер ҙә ҡурсаламаны.
Беҙҙе яҙмыш осраштырҙы,
Бәхетем булған икән.
Бер-беребеҙгә терәк булып,
Күпме йәшәрбеҙ икән?
Беҙҙең шулай һөйләшеүҙәр,
Сыңлайҙар ҡолағымда.
Һин һәр ваҡыт минең менән,
Һәр көндә минең янда.
02.2017г