Ғумер,ғумер ниңә бик тиҙ үтә
Йыл артынан йылдар теҙелеп,
Үткән йәшлегемде иҫкә алһам
Йөрәккәйем китә өҙөлөп.
Ҡайҙа ҡалды йүләр йәшлек сағым,
Ҡайҙа ҡалды ғәмһеҙ бала саҡ?
Үткәндәрҙә ҡалған хәтирәләр
Ғумер буйы оҙата барасаҡ.
Йылдар үткән һайын юҡһындыра,
Һағындыра икән нығыраҡ,
Их йәшлегем,тик бер генә көнгә
Килһәң икән тағы бер урап.
Йәшлектәге өҙөлөп һөйгән йәрҙәр,
Таңғы әтәс,гармун тауышы,
Йәшендәрҙәй йәшнәп үтеп китә
Ғумер бары-йылға ағышы...
З. ӘЛИМҒОЛОВА