🙏✨🙏✨🙏✨🙏✨🙏
Бала ҡайғылары бирмә, Хоҙай,
Күргәндәргә бир һин сабырлыҡ.
Яралары бөтмәҫ йөрәк менән
Йәшәү өсөн көстәр табырлыҡ.
Гонаһтарым булһа, һин хаҡтарын
Балаларым аша түләтмә!
Ал ҡулымды, күҙҙәремде соҡо —
Бала ҡайғылары күрһәтмә!
Күргәнем бар нуры бөткән күҙле,
Ҡара ҡайғы баҫҡан әсәне.
Йыуатырлыҡ бер һүҙ таб(а)лманым,
Йөрәккәйем янып әсене.
Һаулыҡтарын, тәүфиҡтәрен бир һин,
Ғүмерҙәрен бир һин балама !
Ҡабул булһын изге теләктәрем,
Һинән башҡа бер ни һорамам...
Гулия Азаматова-Мукминова.
"СӘЛӘМ" төркөмөнә яҙылырға онотмайбыҙ. ✍🏻