Предыдущая публикация
Яраланған ҡоштай яралана күңел
Яҡын кешең әгәр,юғалһа
Һандуғастар моңон яңғыҙың тыңларһың,
Күңелең һағышҡа сорналһа...
Моңаймасы, күңелем...
-Яҙҙар иртә үтте,-тиеп
Йәйҙәребеҙ әле үтмәгән
Беҙгә тигән бәхет урап уҙмағандыр,
Бәлки әле килеп етмәгән.
Гел үткәндәрҙе уйлап,йәшәү мөмкин түгел
Тик үткәндәр күңелдә ҡалһын.
Алда беҙҙе көтһен яңы осрашыуҙар
Өмөт-сатҡы ут булып янһын.
Лариса Ғирфанова һүҙҙәре.20.08.2017 йыл
#ларисағирфанова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев