
Ҡатынҡай
Йәйҙең эҫе мәле. Урман йәме.
Һарғайышҡан әрһеҙ ҡылғандар.
Ҡарағайҙар, йәш һалдаттар кеүек,
Тура сафта тынып ҡалғандар.
Башҡорт кейемендә ҡатын тора,
Ағас күкрәгенә һыйынған.
Әйтерһең дә туғанҡайын тапҡан –
Осрашыуҙан ифрат һөйөнгән.
Әммә вайран вайымһыҙ ҡарашы
Ҡояштың үҙенә төбәлгән.
Ә еләне сулпыларҙан уңған –
Батшалар баш һалып йөрөгән!
Ҡарағайҙың ҡытыршы һыртына
Ҡатынҡайҙың ҡулы һырынған.
Күҙҙәренә, әгәр, ҡарай алһаң,
Һағыш, ҡарғыш ҡатнаш һыҙылған...
...Рухы һүнмәҫ, юҡ, юғалмған!
0 комментариев
1 класс
Болот
Ҡибланан ҡыйылып ағылды
Ҡараһыу ҡарағош- болоттар.
Тиҙ ара бер ҡорға йыйылды,
Ер өҫтө ҙур ҡорма ҡоролдо.
Ямғыры йыуҙы бар донъяны,
Ҡара һыуҙар ағып туҡталды.
Япраҡтары лысма һыу булғас,
Ағастар ҙа, ойоп, тын ҡалды.
Алпамыша-болот артабан,
Яландарҙы йылдам һуғарҙы.
Алла алдындағы бурысын
Яҡшы аттай әүҙем ауҙарҙы.
Кем хаҡлы?
…Азаттың аҡылдан яҙғанын күреп, Эри телһеҙ ҡалғайны.
Ә. Үтәбай. Хушлашыу.
Азат, Эри! Ғаләм бәндәләре!
Сәстәрегеҙ сәскә бәйләнде.
Ғәҙелме һуң – һөйөү хәлифтәре
Һөйөү ҡорбанына әйләнде!
Эри, Азат! Саф бәғеркәйҙәрем!
Мөхәббәт яҙында ҡалығыҙ!
Ғаләм бүләк иткән был бәхетте
Фиҙа ҡылырға юҡ хаҡығыҙ!
Әй, Үтәбай! Ҡабат алың ҡәләм!
Һин пәйғәмбәр бында ҡөҙрәтле:
Азат аңлы булһын, Эри телле –
Үҙ хатаңды үҙең төҙәтсе!
0 комментариев
0 классов
Юлай Ғәйнетдингә, тыуған көнөнә.
2014, йыл башы.
Башҡорттоң бер иле бар
Уралдың тап артында.
Хазиналар тупланған
Тауҙарҙа, яланында.
Был илдәге кешеләр
Һаҡмар һыуын эсәләр.
Дан төйәк, илгә терәк
Баймаҡ, тип исемләнә.
Баймаҡтың егеттәре
Ажар, эшсән, теремек.
Йыр – бейеүгә тигәндә -
Бар башҡортҡа етерлек!
Шул егеттәр араһы,
Эҙләп мәшғүл булмасы,
Балҡып йәшәй йондоҙҙай
Ғәйнетдинов ҡурайсы!
Баймаҡтың күп байлығы –
Гәүһәр, яҡут, алтыны.
Йөҙ мең тапҡыр арҙаҡлы
Халыҡ рухы байлығы!
Шул хазинаны йыйып,
Йән, ғәм өрөп, үҫтереп
Йәшәй Юлай Ғәйнетдин,
Халыҡ күңелен күреп!
Батырҙы данлар өсөн
Баҙнат юллау кәрәкмәҫ –
Бөтә башҡорт иленән
Юлай ҡустыма рәхмәт!
Ташҡын
Бала ваҡыт. Ауылымдың яҙы.
“Һыу ташҡан!” тип оран яңғырай!
Күбектәрен сәсеп, яр емереп,
Юшатырым тулай айғырҙай!
Яр буйында халыҡ. Юшатырҡай
Йәйрәп аға, боҙҙар йөҙҙөрөп.
Усаҡ яна, берәү гармун уйнай,
Сая ҡыҙҙар баҫа өҙҙөрөп.
Бер йәш егет, элмәккә таш элеп,
Аръяҡ менән ажар атыша.
Икенсеһе, ярһыу ат йөҙҙөрөп,
Дүнмәҫ даръя менән алыша…
Күптән юҡҡа сыҡҡан ул ташҡындар –
Ни тарафта хәҙер яҙ һыуы?
Күптән йөрәктәрҙе ашҡындырмай
Диңгеҙ яуы, диңгеҙ ярһыуы!
Юрағайным быйыл: диңгеҙ булһын
Башҡорт урманының ҡар һыуы!
Баҫһын, тинем, яҙғы оло ташҡын,
Алһын, тинем, йөрәк ярһыуын!
…Юрауымды тәңре тыңланымы-
Һыуға сумды башҡорт урманы!
Һаҡмар тулды. Ырымбурҙы баҫты.
Күптән ундай ташҡын булманы.
0 комментариев
1 класс
Көҙгө сәскәләр
Көҙгө сәскәләр –
Серле сәсмәләр.
Хозурҙар улар,
Ғорурҙар улар.
Ул сәскәләрҙән
Күҙем алмайым.
Матурлығына
Туя алмайым.
Көн дә ҡарайым,
Өндәп ҡарайым,
Инде арбайым –
Яуап алмайым.
Гөлдәр күҙ һалмай,
Бер ҙә ҡарамай.
Мине аңламай,
Йәнде аямай.
Бер гүзәл дә шул –
Сәскә ише ул,
Фиғеле шулай –
Күрмәй, тыңламай.
Күрмәһә лә ул,
Түҙәрмен буғай.
Көҙҙәрем шулай
Өҙәрем туғай.
Эсәр һыуҙар
Илгә бағып, иллә, иҫкә алдым
Ҡан эскән серекәй, ҡандаланы…
Тарихта булалыр бөжәктең дә
Был шөғөлдән туймай шартлағаны.
Күпме йылдар башҡорт ерен талай
Уйламаған илде, киләсәкте!
Быуат буйы ер - әсәнең ҡанын
Һурып туймай убыр килмешәктәр!
Хоҙай биргән әҙәм балаһына
Эсәр һыулы көмөш йылғаларын…
“Эсәр һыу”, тип әйтер алда, туған,
Ҡаҙып ҡара аҫтын ҡалаларҙың!
Милләттәшем! Ҡайҙа йәшәһәң дә,
(Э)Рәсәйҙең улы, ҡыҙыһың да –
Башҡортостанда йәшәйһең икән –
Ошо ерҙе һаҡлау – бурысың да!
Ватандаштар!
Әсә ҡыҙы булһаҡ, ата улы –
Еребеҙҙе, һыуыбыҙҙы һаҡлайыҡсы!
Хоҡуҡтарҙы яҙып байраҡтарға,
Донъя менән бергә атлайыҡсы!
0 комментариев
0 классов
Зифа апайыма
Ҙур ғаиләлә сыр-сыу килеп,
Ел-дауылды еңел еңеп,
Үҫтек, наҙлы ҡошсоҡтарҙай,
Атай-әсәй ҡосағында.
Баласаҡта ҡайнашҡандар,
Аттарҙа, һай, сабышҡандар
Хәтерҙә ҡалған уйылып,
Изге иҫтәлектәр булып.
Мәктәп юлын, белем алып
Бер-беребеҙгә терәк булып,
Тапаныҡ беҙ бер-бер артлы,
Талпындырып ҡанаттарҙы.
Эшкә әрһеҙ, илдә әүҙем,
Һоҡланырлыҡ ғүмеркәйең.
Апай, һиңә рәхмәттәрем,
Ғорурланам һинең менән!
Күп изгелек күрҙек һеҙҙән,
Һаулыҡ бирһен үҙегеҙгә,
Һеҙҙең ғаилә өлгө беҙгә,
Тыныслыҡтар килһен илгә.
Ғүмер аға Юшатырҙай,
Апаҡайым һәр саҡ шулай –
Туғандарҙың күңелендә
Рәхмәтле лә. хөрмәтле лә.
Матур теләктәрем һеҙгә,
Йыр йырлаһын Дамир еҙнә,
Бүләләр ҙә тыңлаһындар,
Бар туғандар ҡыуанһындар.
Һылыуым тыуҙы
Буран шаулатып,
Шаҡай ҡоторҙо.
Артынан ҡояш
Алтынын ҡойҙо.
Кисен ел тынды.
Баҙыҡ һауаны
Етегән йондоҙо
Әүҙем ураны.
Йыртып ҡураны
Һыйыр баҡырҙы.
Таңды күҙаллап,
Әтәс ҡысҡырҙы.
Аңарса булмай,
Артынан ҡулай,
Һөрәнләй-тулай,
Һылыуым тыуҙы.
Әсәм уфтанды,
Еңел һуланы:
Оҫта башҡарҙы
Алла ҡушҡанды.
Ҡыҙым бар, тиеп,
Атам ҡыуанды.
Апай – ағайҙар
Һуҡтылар саңды.
Ауыл был көндө
Иртә уянды.
0 комментариев
1 класс
Ҡарағас дуҫыма
Көҙ килһә лә, тәбиғәт йоҡламай –
Төҫтәр һайлай, ала ҡыуаныс.
(Кешеләргә, һағыштары менән,
Донъя хозурлығы, йыуаныс.)
Тәҙрәм сиртә далам ҡарағасы,
Һәр сағында йәшел кейемдә.
Яҡын дуҫым. Күҙгә ҡарашабыҙ.
Ҡурсалай ул минең күңелде.
Шарт ҡуйғандыр ул үҙенә - мине
Һағыштарға һабыштырмаҫҡа:
Төҫ ташламай, ҡапыл, хушлашмайса
Күсеп китә дуҫым ҡыштарға…
Беләм, ҡарағасҡай, ҡара төндә
Буйың ҡуяң ыжғыр елдәргә…
“Һә” тигәнсә йәшел япраҡтарың
“Ҡош юлына” оса күктәргә…
“…Ҡайҙа ғына барма, дуҫың булһын,
Ҡаршы сығып, атың бәйләргә…”
Тымыҡ көндә
Сыуаҡай ҡыш. Ҡарап торам әле
Тәҙрә аша, иртән тороп та.
Мөрйәләрҙән күтәрелгән төтөн
Әүерелә аҡһыл болотҡа.
Арырағы ашыҡмаған кеүек -
Тыныс ҡына үргә үрмәләй.
Бирерәге, үрһәләнә биреп,
Таралыша мөрйә тирәләй.
…Аҫта һиллек. Тынып ҡалған тамам
Эргәләге яңғыҙ тирәккәй.
Эйе, ел дә төрлө яҡҡа иҫә,
Хатта бер урында, ваҡытта.
Уты-һыуы, йәнлек-үҫемлеге –
Үҙ юлын үҙенсә ҡайғырта.
Ел елкетмәҫ йыһан ҡанундарын -
Юҡ яһалма ҡамау-сырмалар.
Һауалағы һәр бер молекула
Үҙ юлында иркен тын ала.
Кеше лә бит тәбиғәт балаһы -
Хуш түгелдәр уға сырмауҙар!
Ынтыла ул иреклеккә табан –
Ҡойолһондар тышау-бығауҙар!
0 комментариев
1 класс
Ырымбурҙы гөрләтеп
Минеәхәт Әхмәтовҡа
Йәшлектә йәшәп алдыҡ беҙ
Ырымбурҙы гөрләтеп.
Баяныңды һуҙҙың, дуҫҡай,
Яңы йырҙар өйрәтеп.
Дүрт пар дуҫтар йыйылабыҙ -
Сәбәбен эҙлә генә!
Мәжлес булғас, булһын шулай-
Йор һүҙ, йыр, бейеү генә!
Моңға күмә күңелдәрҙе
Сая баян телдәре!
Саҡыраһың тәүҙә түргә
Илһамлы “Таштүрәне”.
Өс дуҫың баҫмай түҙәме
“Өс туған”дың көйөнә!
… Перовский төшмәҫ тимә
Үҙең менән бейергә!
Бейеүсе, йырсы, гармунсы –
Һин бит уйын сәсәге!
Иҫтәлектәр биҙәр булды
Бар ғүмер киләсәген!
Мәжлес тамам… Юҡ та, һаман!…
Кем менән уртаҡ урам!
Беҙҙән ҡалмай дуҫтарыбыҙ –
Мандалин менән баян!
Йыр-бейеүҙәр яңғырата
Ырымбур урамдарын.
Баш йортто һалған саҡта ла
Йырлаған башҡорттарым!
…Йәшлектә йәшәп алдыҡ беҙ
Ырымбурҙы гөрләтеп.
Һин яҡын дуҫым булыуың
Үҙе генә ҙур бәхет!
Асыштар
Ҡатын-ҡыҙҙың йылмайыуы
Ир-ат өсөн хөрриәт.
Ихлас ҡабул итә быны
Һөйҙөрә алған йөрәк.
Был йөрәккә мәғлүм шул да:
Ҡатын йылмайһа – матур!
(Элгәре асыш яһалған –
Бар ҡатындар ҙа матур!)
Йәнә асыш – матурҙар бит
Оҡшаштар бер-беренә!
Күктәге илаһи йондоҙ
Булмаҫтыр берәү генә!
Егет, әгәр йондоҙсоғоң
Бәхет, ләззәт кисерһә,
Йән өрөүсе, дәрт биреүсе,
Беләһең - үҙең генә!
0 комментариев
0 классов
Ашап туйғас
(Етди шаярыу)
Мәйтәм, дуҫҡай, Алла биргән башты,
Уйландырып, әгәр, ҡараһаҡ,
Ҡайсаҡ ҡатын –ҡыҙға мөнәсәбәт
Пар аяҡҡа аҡһаған һымаҡ!
Беҙ арыҫлан – аныҡтыр аныһы,
Ҡойроҡ текә, ялды ел тарай.
Ә ҡатынға ихтирам хаҡында
Уйҙар тыуамы һуң бер талай?
Һуң бит ҡатын вайым-мәшәҡәттең
Осо-ҡырыйына сыға алмай!
Бала ҡарау, ҡаҙан-ҡашығаяҡ –
Бар ғүмере шунан уҙа алмай!
Беҙҙең уға ярҙам ҡылыу бармы –
Ҡулдан булһын, телдән – йыуатып?
Әллә мыжыҡ ужым быҙауындай,
Ятабыҙмы, татһыҙ һүҙ атып?
Ҡарашты борайыҡ, арыҫлан дуҫ,
Иң беренсе шунан башлайыҡ –
Ашап туйғас, хөрмәт йөҙө тотоп,
Ҡатындарға рәхмәт ҡылайыҡ!
Төнгө клубта
Йыйыла бында, эңер ауышҡас,
Артта ҡалмаған әүҙем замандаш -
Арынырға, тип, ығы-зығынан.
(Бәғзеләр өсөн – көн башы ғына).
Күркәм ҡатындар, сыҡҡан сылбырҙан;
Күҙгә бәрелә - күптәр салбарҙан.
Шаҡ-шоҡ туфлиҙәр.Тауис ҡоштары!
Ир-егеттәрҙең ала һуштарын.
Күлдәк-кофталар сағыу төҫтәрҙә,
Һөрмә һибелгән ҡаш-керфектәргә.
Хур ҡыҙҙарының балҡый йөҙҙәре,
Ир-аттың инде йылт-йылт күҙҙәре.
Өҫтәлгә затлы эсемлек ҡунған,
Алыҫ яҡтарҙан тәм-том артылған.
Тостар яңғырай, бокалдар сыңлай,
“Баҙар”ҙы баҫып, музыка уйнай.
Ҡыуалай ди-джей теремек атын,
Бейеүселәрҙең ишәйтеп сафын.
Селбер сеүәләй әүҙем үрмәләй
Шәрә һылыуҡай ҡолға тирәләй!
Бына өс туташ төштө бейергә,
Устарын терәп нескә бөйөргә.
Әфәнделәр, әй, ситтән күҙәтә,
Әхирәттәр шәп дәрес күрһәтә!
Осҡон күҙҙәрҙә, сәстәр һибелә,
Тал-сыбыҡ кәүҙә көйгә бөгөлә!
Беләктәрендә теҙмә беләҙек,
Йөҙөндә йондоҙ – күпме, беләһе!
Төн алда әле. Уйын ҡыҙасаҡ.
Әүҙемләнәсәк ир-ат ҡыҙмаса.
Бындай хөрриәт килмәҫ башҡаса –
Кем белә, ғүмер күпме ағасаҡ!
0 комментариев
3 класса
Төрлө тарафта
Һүрәттәрең һине, ҡара күҙкәй,
Сағылдырған төрлө тарафта.
Хыялдағы һомғол һылыу ҡыҙға
Туймағанмын, күпме ҡарап та.
Һары ла ғына ебәк күлдәгеңдең
Талир тәңкәләрен сыңлатып,
Башҡайыңды ғорур күтәргәнһең,
Ай-ҡояштай балҡып тораһың.
Сағыу ҡара-ҡыҙыл еләнеңдә
Баҙнатсыл, туп-тура ҡарайһың.
Тәүәккәллек, әллә тәккәберлек
Сәсеп тора ҡыйыу ҡарашың!
Күҙҙәреңдә йәшен. Әҙерһең һин
Күк дүнәнгә менеп сабырға!
Тауҙан төшөп, дала иркен һулап,
Ырыуҙаштар яуға свҡырһа –
Тамаҡтарын ярып – “Байҡара!”*
Йәшел, зәңгәр... Даръя талғынлығы...
Уҙалыр ҙа тормош ағышы.
Яғымлы ла, наҙлы ҡарашыңда
Төҫмөрләнә йөрәк һағышы...
*Байҡара – яу ораны.
0 комментариев
1 класс
Һүрәтең
Ҡаршымдағы һүрәтеңә ҡарап,
Һоҡланамын, күҙем алмайым.
Матурлыҡтың, камиллыҡтың сиге
Бармы икән, тиеп уйлайым.
Күҙ алдымда һылыуҡаймы, әллә,
Тал-сыбыҡтай һомғол ҡолонҡай?
Күкрәгеңдә, йөҙөм тәлгәшендәй,
Бөҙрәләнгән ҡуйы толомҡай.
Уйсан-уйнаҡ сағылышта йөҙөң,
Зөбәржәттән әллә күҙҙәрең?
Ҡарашыңда шаянлыҡ күрһәм дә,
Баҫалҡылыҡ һаҡлай йөҙҙәрең.
Баҙап ҡалам, ҡарап һүрәтеңә,
Тарта мине сихри гүзәллек.
Камиллыҡтың, әгәр, булһа сиге –
Исемдәре – изге күркәмлек!
1 комментарий
1 класс
Фильтр
Ҡатынҡай
...Болот
...- Класс
Көҙгө сәскәләр
...- Класс
Зифа апайыма
...Ҡарағас дуҫыма
...- Класс
Ашап туйғас
...Төрлө тарафта
...загрузка
Показать ещёНапишите, что Вы ищете, и мы постараемся это найти!
Левая колонка
О группе
Здесь авторы пишут свои стихи на БАШКИРСКОМ. В сутки каждый может открыть ОДНУ тему, не более.
- Уфа
Показать еще
Скрыть информацию
Фото из альбомов
Ссылки на группу
66 334 участника
2 495 участников
1 880 участников