Вы также можете поддержать нас, сделав фото с символикой Башкортостана и роты «Башкорт» на фоне узнаваемых мест вашего города. 📷 Делайте снимки, присылайте их нам в бот @rotabashkort_bot и делитесь в соцсетях с хэштегами: #РотаБашкорт #РБ #СвободуБашкортостану За будущее необходимо бороться. И наша битва уже началась! Башҡортостанға дан!
    0 комментариев
    0 классов
    Эпос һөйләйек әле...
    0 комментариев
    1 класс
    Донъя алдаҡ менән тулды, тип, бошонмаһаң да була. Хатта берҙән-бер дуҫың бар икән, ул бит һине алдамаясаҡ. Шеш. Не отчаивайся, даже когда мир погрязнет в поголовном вранье. Достаточно иметь друга, ведь он не будет говорить тебе неправду. Шеш.
    0 комментариев
    0 классов
    Ил батыры булыр ул - Венер Зәйнулла улы! Йәйҙең ҡап уртаһында, Сал Урал итәгендә Был дан егет тыуғандыр, Батырлыҡтар ҡылғандыр. Урал батыр һымаҡ ул Илкәйен данлағандыр. Тыуған ерен яратҡан, Тыуған илен яратҡан, Матур ҡыҙҙар ҡаратҡан; Башҡорт иле байлығын - Һыуҙарын, яландарын, Тауҙарын, урмандарын - Бар халыҡтың байлығын Һаҡлап , сафҡа баҫыр у, һай! Һаҡлап, сафҡа баҫыр у! Венер батыр булыр у, Илдең даны булыр у! 2.07.25.
    0 комментариев
    1 класс
    Ырымбурҙа башҡорт хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусыларҙың береһе Шәмғиә Ғайсина-Сәйетова дуҫыбыҙға ошо таҡмаҡтарҙы бүләк итәм. Туҡсоран, Соран… Уран? Сыҡты Солтан Соранға Саф һауалар һуларға. Өйөр-өйөр йылҡылары Тауҙан төштө һулауға. Соран буйы салғы сабам, Урай-урай күлдәрен. Осратырмын әле, тиеп, Һылыу ҡыҙҙың күҙҙәрен. Туҡсорандың һылыуҙарын Ҡалаҡ һыуға һал да йот. Улар менән һоҡландылар Буранғол, Агиш, Дауыт.* Ырымбурҙа башҡорттарҙы Мәҙәни ҡорға йыя Ҡотош-Ғүмәр ауылынан Сәйетова Шәмғиә. Ауыл яғына сабалар Бикташ иптәше менән. Ата йортон матур итеп Ҡарап торалар гелән. Тыуған ергә һөйөү хисен Былар һаҡлай электән. Йәнтөйәккә һөйөү һүҙен Шәмғиәнән ишеттем: “Ауылым яландарында Йөҙгә яҡын сәскә бар! Ауылыбыҙ ғорурлығы Ғүмәр Ғайсин Сәсән бар!” Шәмғиә, асыуланмаһаң, Атты борам йылғаға – Оло Соран, Кесе Соран – Тарихи атамаға… Ҡапылғара килеп ҡунды Ҡара ҡарға арпаға. Соранды Уран тип ҡайһы Ахмаҡ яҙған картаға? Соран буйлап туҡ-туҡ баҫа Сабатамы, ҡатамы? Алдаҡ яҙыу менән тулған “Сабакының” картаһы! Соран, тип, тарих башынан Ата-бабам атаған. Соран буйы туғайҙарын Йырҙарында маҡтаған. Килеп төштөм Ҡалтаға**, Болаҡтары салт аға, Мәктәбе ҡап уртала, Ултырамын партаға. Рәхмәт әйтәм артабан Уҡытыусы апаға: Ҡарамайса картаға, “Уран түгел – Соран!” тиеп Яҙып ҡуйған таҡтаға! (Үәт.)
    0 комментариев
    6 классов
    Тел асҡысы Һөйөклө әсәм Һөйөндөкова Мәхрүсә Хәмәтйән ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә Иҫкә төшә тыуып үҫкән йортом, Әсәмдең балдары* мыж киләр. Ҡырҡма эшен ҡалдырыр булдымы - Әсәм беҙгә бәхеттәр теләр. Ғәжәптер ҙә - ҡолаҡҡа сағыла: “Тел асҡыстары бирһен хоҙай!” Шунда тоям – телемдең аҫтында Асҡыс уйнай, алтын балыҡтай! Үҫеп еттем. Оҙон юлдар уты Бер йылытты, ике үртәне. Һаман алға барҙым. Донъя һыуы Батырҙы ла, тағы күтәрҙе. Аллаҡайым изге теләктәрен Ишетмәй ҙә булмаҫ әсәмдең - Иҫән-һаумын. Аллама шөкөрмөн. Ғәзиз әсәм! Рәхмәт әйтәмен! Аңарса сағыу төҫ алды мәлдәр, Ҡош юлына йәйғор эленде. Ямғыр тамсылары һымаҡ яуҙы Алтын тамсылары телемдең! Әсәм һүҙе ялҡын - күккә ашһын! Уралымда йәйғор уйнаһын! “Тел асҡыстарынан айырмаһын!” – Оран булып ерҙе ураһын! *Балдар – балалар
    0 комментариев
    0 классов
    Был шиғыр элгәре яҙылғайны. Нишләптер әле булешмәк булынды. Төнгө клубта Йыйыла бында, эңер ауышҡас, Артта ҡалмаған әүҙем замандаш; Арынырға, тип, ығы-зығынан. (Бәғзеләр өсөн –көн башы ғына). Күркәм ҡатындар, сыҡҡан сылбырҙан; Күҙгә бәрелә - күптәр салбарҙан. Шаҡ-шоҡ туфлиҙәр.Тауис ҡоштары! Ир-егеттәрҙең ала һуштарын. Күлдәк-кофталар сағыу төҫтәрҙә, Һөрмә һибелгән ҡаш-керфектәргә. Хур ҡыҙҙарының балҡый йөҙҙәре, Ир-аттың шуға уйнай күҙҙәре. Өҫтәлгә төрлө эсемлек ҡунған, Аҙыҡ артылған алыҫ яҡтарҙан. Тостар яңғырай, бокалдар сыңлай, “Баҙар”ҙы баҫып, музыка уйнай. Ҡыуалай ди-джей теремек атын, Бейеүселәрҙең ишәйтеп сафын. Селбер сеүәләй әүҙем үрмәләй Шәрә һылыуҡай ҡолға тирәләй! Бына өс туташ төштө бейергә, Устарын терәп нескә бөйөргә. Әфәнделәр, әй, ситтән күҙәтә, Әхирәттәр шәп дәрес күрһәтә! Осҡон күҙҙәрҙә, сәстәр һибелә, Тал-сыбыҡ кәүҙә көйгә бөгөлә! Беләктәрендә теҙмә беләҙек, Йөҙөндә йондоҙ – күпме, беләһе! Төн алда әле. Уйын ҡыҙасаҡ. Әүҙемләнәсәк ир-ат, ҡыҙмаса. Бындай хөрриәт килмәҫ башҡаса – Кем белә, ғүмер күпме ағасаҡ!
    0 комментариев
    0 классов
    Быйыл интернатты тамамлауҙың түңәрәк датаһы бит әле. ҺАБАҠТАШТАРЫМ – ЙӨҘӨК ҠАШТАРЫМ Алтынсәскә Һары алтын сәскәйеңде Алтынан тотоп үрҙең. Уҡыуына, дәресенә Бер һыҙғырҙың, бер өрҙөң. Гөлйыһанға Аяҙ күктәй тыныс булдың, Булманың һис болотло. Игеҙәк һылыуың менән Ҡапма-ҡаршы холоҡло. Гөлфараға Күп һөйләргә яратмай шул Абзан ҡыҙы Гөлфара. Тын алырға туҡтаһа ул, Ҡолаҡ ял итеп ала. Ғәлимәгә Синыфтан һиңә кем яҡын- Әле лә белмәгәнмен. Тыйнаҡ, тырыш һылыуым , тип, Иркәләп һөймәгәнмен. Зөлфиәгә Күҙҙәрең тылсым шишмәһе, Нур урғыла уларҙан. Шул шишмәнән һыу эсмәнем- Батыр егет була алмам. Ләләгә Математика аңлатты, Атаң беҙҙе яратты. Һине өлгөрмәнек аңлап- Сығарылыш таң атты. Миңйыһанға Һанһыҙ мәктәп һуҡмаҡтарын Һинһеҙ һис тә үтмәнем. Йыһанда миң булһа барҙыр, Һиндә миңде күрмәнем. Мәйсәрәгә Мәйсәрәкәй, мөләйем һин, Алсаҡ, ябай, эскерһеҙ. Һинең янда шундай еңел, Рәхәт, рәхмәт төшкөрө. Мәмдүҙәгә Мәмдүҙә, күңелең һәр саҡ Йәш булырҙай, шикелле. Әбей итеп күҙ алдына Килтереүе икеле. Рәсимәгә Ҡайтам, тиеп, ауылыма, Йырлаһа ла Рәсимә, Яҙмыш, аямай, ҡалдырҙы Яҡындағы Өфөлә. Светаға Кескенә ҡошсоҡтай үҙең, Әйтерһең дә, һандуғас. «Мәхтем булдым»ды* йырланың, Йөрәгеңдә моң булғас. • Үзбәк халыҡ йыры. Фларияға Ләм-мим булдың – ҡараш менән Һөйләр инең һүҙеңде. Балет хәрәкәте менән Әйтеп бирҙең сереңде. Флүрәгә Класташыбыҙ Флүрә Көн дә сәскәләр үрә! Әллә ятлай ул сүрә - Беҙ күрмәгәнде күрә! Миңлебикәгә Әхирәттәрең ҡалдырҙы Икебеҙҙе күҙгә күҙ. Тәртә буйы арабыҙҙа Бәйләнмәне һүҙгә һүҙ. Шып – шым үтте сәғәт ярым, Отбойға ваҡыт еткән. Ғашиҡтарҙың мөхәббәте Шулай ҙа була икән… Розаға Һамар юлдары оҙонмо, Әллә Өфө юлдары? Ырымбурҙың башҡорттары Оло юлға ҡуҙғалды. Башҡортостан башҡалаһы Тартты беҙҙе үҙенә. Башҡорт балаһын күтәрҙе Донъяларҙың үренә. Биктина Мәрғүбәгә Баймаҡтан балҡыған Биктина Бирелә биҫтәне биләне. Бөгөп биреңке билкәйен Бөтөнләй белемгә бирелде. Болоҡмай баҙнатсыл балаҡай. Башлыса башҡортса бытылдай: - Бараһыңмы баҡсаға? – Бармайым! - Бирәһеңме биштәрең? – Бирмәйем! Боларып, бәрелеп барманы, Быраҡтырманы был бысраҡты. Былағай баламы, байғошмо – Быҡтырҙы Биктина борсаҡты. Билдәле бер берҙәм биҫтәлә Белемде берәгәй белешеп, Бутҡаны бер батман бешереп, Балҡыныҡ бергәләп, бейешеп. Балдарым, булмаһын бәләләр, Батырҙай балҡытып байраҡты, Бәхетте бәүетеп, баш бирмәй, Быуаттан быуатҡа барайыҡ. Санияға Һабанайҙа һандуғастар Һайрашалар таңдарын. Ниңә моңһоу ҡараштары Көйөргәҙе ҡыҙының? Дәртле баҫа, һалмаҡ баҫа Йыуасалы* ҡыҙҙары. Санияҡай йылмайғайны, Бит остары ҡыҙарҙы. Санияны иҫкә алып Ярты ғүмерем уҙҙы. Бер ҡайҙа ла осратманым Ундай яғымлы ҡыҙҙы. Йәйен йәйғор, әй, йөҙәлер Көйөргәҙе күгендә. Йәшлегемдең хәтирәһе Йөрәгемдең түрендә. * Көйөргәҙе районындағы ауыл. Рәфисәгә Әй буйҙарында булманым - Ҡырсынташтыр ярҙары. Йүрүҙәнде лә күрмәнем - Көмөштөр бит һыуҙары? Башҡортостандың картаһы Хәтеребеҙҙә ҡалған. Уралтауҙа үҫкән бер ҡыҙ Йөрәктә урын алған. Ах, бөҙрә сәс, ҡыйғас ҡаш! Ирендәрең килешкән. Юҡҡа ғына күҙ атмаған Ғәрифулла Илештән. Мөфтиева Резеда Заман ҡыҙына Резеда килеп ингәйне Беҙҙең мәктәбебеҙгә – Тағы бер сәскә өҫтәлде Сағыу гөлләмәбеҙгә. Алсаҡ йөҙлө ҡала ҡыҙы, Егеттәр өсөн мәҙәк. Русса һөйләшһә лә үҙе, Уртаҡ тел тапты йәһәт. Атаң һиңә ҡушҡан икән Башҡортса өйрәнергә – Һин тотондоң егеттәрҙе Урыҫса өйрәтергә. Әлбиттә, һин дә өйрәндең Телде, әҙәбиәтте. Атаң көсөн йәлләмәне Күтәрергә милләтте. Римаға Ошо йырҙы аҙмы йырланыҡ Бала саҡта шундай яратып. Башҡалабыҙ тора нурланып, …Ағиҙел аға бормаланып… …Уға ҡушыла гүзәл Диме… Димдән гүзәл бер ҡыҙ бар ине. Шундай тыныс, йомшаҡ, баҫалҡы, Дим һыуында үҫкән саф алтын. …Алмалары бешә алланып… Табип булды Рима апайым. Йомшаҡ ҡулын тойһа маңлайым, Йүнгә килер ине башҡайым… …Тау башында балҡый бер ҡала… Мәңге һағыш булып ул ҡала. Интернатым – атам йортондай, Нисә йылдар инде он(о)толмай… Фәниләгә Ағиҙелдең, ай, ярынан Бейей - бейей кем килә? Ҡара күҙле, ҡара ҡашлы Нөгөш ҡыҙы Фәнилә. Тирә - яҡты яңғыратып, Зыңғыратып кем көлә? Шаян күңел, гәлсәр тауыш Тиҫтеребеҙ Фәнилә. Иштуғандың килендәре Һыйыр һауа иртәләй. Фәниләнең һөйләшеүе Күңелдәрҙе иркәләй. Һағынып та, ашҡынып та, Ниңә килмәйһең, иркәм? «Сирен сәскәләрен» һаман Йырлап йөрөйһөң икән… Бәпәйҙәр әле беҙ һаман, Тел бешһә лә, ҡабабыҙ. Фәнилә класташыбыҙға «Әсәй», тиеп, барабыҙ. Мәжит дуҫҡа килеп ҡапҡан Алтын балыҡ, саф йөрәк! Ҡояшлы булһын ҡапҡағыҙ – Беҙҙән һеҙгә шул теләк! Фәниәгә Тау һыртында берәү тора, Күҙен төбәп Мораҡҡа. Дуҫтарымды осоратһам, Ирешер инем моратҡа. «Ҡояш апай, сыҡ әле», - тип Әйтте Яппаров аға. Көләс йөҙлө Мырҙашева Сығып баҫты таҡтаға. «Хранцуз», - тине Әсми*, өҙөп, Дауыт яуап бирмәгәс. «Һәпрәләр…» - тип аҙарынды, Үҙ тарихын белмәгәс. Фәниә, тороп ҡалғайның Ҡыҙыл галстугың тағып, Учалынан Мортазаны Ҡайҙан осраттың тағы? Һикһән биштә бер мөғжизә Хәтеремдә уйылды. Урал улың тарафынан «Перовский» ҡуйылды. Бер саҡ Табын биҫтәһендә Йыйылғандар ҡоҙалар, Хәйрулла менән Фәниә Сал «Сибайҙы» һуҙалар! Йәшел санағыҙ арҡалы, Ҡаҡшамаҫ зыңғыр дуға. Көмөш мәллә ҡыңғырауы, Алтын мәллә был донъя… *атаҡлы тарихсы Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров. Гөлсирәгә Яҙлау Ялсыҡайы түгел, Таймаҫ Ялсыҡайында * – Гөлсирә юлға сыҡҡанда Илап ҡалды ҡайындар. Аҡҡа ваҡ биҙәктәр төшкән Гөлсирәнең күлдәге. Битараф булманы уға Синыфтың егеттәре. Буйы оҙон – малайҙарға Өҫтән генә ҡараны. Бәғзеләренең арҡаһын Йоҙроҡ менән «тараны». Фәҡирегеҙҙе лә апай Һис тә иркәләтмәне. «Ғашиҡ антропос» тигән Исемде фәс сәпәне. Бик күптәрҙе үҙ итмәне Мәктәптәге аллея: Ғәли менән Гөлсирә лә, Емас менән Алиә… Канауҙан ҡарап ятабыҙ Беҙ, әй, үкһеҙ меҫкендәр. Алма баҡсаһынан килә Ишбулды менән Зилбәр. Мәктәпте бөткәс, юлландыҡ Бейек уҡыу йортона – Ике синыфтың береһе Нифет институтына. Һөнәр алып, Гөлсирәбеҙ «Бабай-город»ҡа** ҡайтты. Мах бирмәй ул элеккесә, Дәрәжәһе олпатлы. * Көйөргәҙе районындағы ауылдар. **Кумертау ҡалаһы. Ибраһимова Һөйөклө Ғәли ҡыҙына Ҡояшы ла, айы л а бар Интернаттың күгендә. Һөйөклө исемле бер ҡыҙ Ҡапҡабыҙҙа күренде. Һөйөклөбөҙ тирәһендә Егеттәр өйкөмләшә. Ҡала ҡыҙы, сибәр үҙе, Бик илгәҙәк һөйләшә. Бер саҡ ҡыуып еттем үҙен Баҡсабыҙ аша сығып. Оҙатып ҡуйҙым өйөнә Кеҫәгә ҡулды тығып. Йөрәк тулы саф тойғолар, Күктә йондоҙ бер көтөү. Ҡайҙа инде, «яратам», тип Әйтергә баҙнат итеү! Һөйөклөгә юлдаш булды Дуҫлыҡ затлы тойғолар. Класташыбыҙ Байрас менән Матур тормош ҡорҙолар. Яфа күрмәй көн иттек беҙ Интернат ҡосағында. Әсәң торҙо балаларҙың Таҙалығы һағында. Атайҙар булған икән дә Илдең уҙамандары. Байытты беҙҙе атаңдың Тарихи романдары. Ҡояш батһа, йондоҙ ҡалҡа, Уҙа шулай тормоштар. «Һөйөклөм», тип, ҡабатларға Онотмайыҡсы, дуҫтар.
    0 комментариев
    2 класса
    Когда догорает костёр, остаются горячие угли, затем тлеющие. Если тут приложить лучину, подбросить дровишек, костёр возрождается, и продолжает жить. С незапамятных времён люди таким способом хранили огонь. Если даже костёр превратится в золу, это не всё. Оживают и из пепла - это историей приветствуется. Жизнь побеждает смерть, Добро побеждает зло. Шеш.
    0 комментариев
    0 классов
    Башҡорттоң батыр улы Ҡорбан Абдулла улы, Итҡулов фамилияһы. Тыуып үҫкән ауылы – Әхмәре Туҡсорандың. Тыуған илен яратҡан, Тыуған ерен яратҡан, Яландарҙа, ҡырҙарҙа Малдар әйҙәп йөрөгән Бы малайҙы кем белгән Батыр егет икәнен, һай! Батыр егет икәнен! Хәрби хеҙмәткә бәйле Артабан тормош юлы – Бөйөк Ватан һуғышы. Башынан аҙағына Үлемесле һуғыштың Иң алғы һыҙағында. Более трёх лет командовал Курбан Абдулла улы Триста семьдесят первым полком. За славный боевой путь, Ратный подвиг воинов Знамя этого полка Хранят в герое – Бресте. В музее Боевой славы. Командир имел коня, И на коне, как стрела Добирался до передовой. Восхищались солдаты Смелостью командира: “Пуля аны алмайҙыр, Штык та алалмайҙыр! Писали о нём стихи, И песню о нём создали. В октябре сорок третьего Комдив представил Курбана К Герою Советского Союза. Командущий Армией поддержал, Но герой был наградән Орденом Суворова. В июне сорок четвёртого К высшей награде Родины – Ордену Ленина Был представлен наш герой. Но маршал Жуков сказал: - Орден Красного знамени! Хәрби үҫеш юлында Батырҙың яурынында Погондар алмашына. Полковник Иткулов – Ул шулай Ингән ил тарихына. Дошманды еңеп ҡайта Ҡорбан Абдулла улы – Аның күкрәге тулы Ордендар һәм миҙалдар: Ҡыҙыл байрағы икәү, Балҡый Ҡыҙыл йондоҙо. Александр Невский, Александр Суворов, Һәм Михаил Кутузов “Ай, молодцы, башкиры!” тип, Хуплап торған һымаҡтар! Орден Отечественной войны... Миҙалдары сыңлайҙыр, Һанап бөтөп булмайҙыр. Халыҡ уға дан йырлай - У бит башҡорт батыры, һай! У бит башҡорт батыры! Народный сэсэн республики Башкортостан Даут Амангильдин. 8.05.2025.
    0 комментариев
    5 классов
Фильтр