Һүҙ ҡушҡанды ла ишетмәне , ахрыһы. Икенсегә һаулашҡас ҡына , һин кем ул, тигәндәй ,ҡарашын миңә төбәне. Таныным мин уны . Бала сағым үткән ҡалала ҡала араһында йөрөгән автобустарҙың береһендә кондуктор булып эшләне. Күрер күҙгә һөймәләкле был апай үҙ ғүмеремдә меңләп күргән кондукторҙар араһында күңелемә шул тиклем уйылып ҡалғайны.
Автобусҡа ингән һәр кешегә мөләйем генә итеп "туғаным" ," һеңлем", "ҡустым", "үҫкәнем", тип өндәшә ине ул. Мин , үҫмер ҡыҙ , уның таҡҡан биҙәүестәренә ҡыҙығып ҡарай инем. Автобусҡа инер - инмәҫтән уны күҙҙәрем эҙләп табам . Ябай ғына быяланан булған был биҙәүестәр уға шул тиклем килешә ине. Мәктәптән ҡайтҡанда ла ул эшләгән автобусҡа ултырырға тырыштым.
Минең сәләмемде алғас , уны ҡайҙан белеүемде бер тынала һөйләп бирҙем дә тынып ҡалдыҡ.
- Эй, туғаным рәхмәт инде минең турала күпме хәтирәләр йөрөткәнһең өсөн, - тине ул.
Күптәнге танышымды осратҡас минең дә күңелем булды. Яйлап ҡына ашханаға бергә атланыҡ.
Тулыһынса: https://vatandash.ru/articles/proza/2024-01-29/keshe-ya-myshtary-hik-y-n-z-m-zhitova-3621148
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев