Ҡояшлы көҙгө иртә. Ҡала уртаһы булһа ла, һауа саф, таҙа тойола. Тын алыуы иркен, рәхәт. Төпһөҙ зәңгәр күккә һоҡланып килә торғас, аҡ яулығын килешле генә ябынған, балитәкле күлдәк кейгән инәй пәйҙә булды. Оло йәштәге был ҡатын элек тә урамда осрай торғайны. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, унан йома хәйерен бирергә рөхсәт һораным.
- Аллаһу Тәғәләнән яман күҙҙән, яман һүҙҙән, тар күңеллелектән, һаранлыҡтан һаҡла, тип һорап йөрөгөҙ, балам. Тап шулар кешене бөтөрә, бәхетһеҙ итә. Яман күҙ кешене ауырыуға һабыштырһа, яман һүҙ төшөнкөлөккә бирелдерә. Ә һаранлыҡ кешенең күңел тыныслығын ала, тормошҡа, эргә-тирәһендәгеләргә булған мөхәббәтен үлтерә, - тине ул.
Ысынлап та, иртә һайын һәр кем үҙенә хәйерле ғүмер, һаулыҡ, байлыҡ һорап, Хаҡ Тәғәләгә ялбаралыр. Ә бына нәфсенән, ҡомһоҙлоҡтан арала, тигәнде бөтәбеҙ ҙә әйтәме икән?
Кешегә әйберен бирергә ҡыҙғанған, ҡулына эләккәнде ысҡындырмаҫҡа тырышҡан, үҙендә булһа ла, башҡаларҙыҡына иҫәп тотҡан кеше үҙенән-үҙе биҙҙерә.
Тулыһынса: https://vatandash.ru/articles/proza/2024-03-21/aranly-tan-a-la-3695944
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1