Рәхәтлектән иҙерәй. Ҡатынының йомшаҡ тауышына иркәләнә, ҡул йылыһын тоя, бармаҡтарын сикәһенән йөрөтөүен һиҙеп мунса ләүкәһендә ята. Ҡатыны сабындырған, йыуындырған, артыҡ эҫе лә түгел. Мунсаға ингәнен иҫерек булғанлыҡтан хәтерләмәй ҙә, үҙенең бысраҡ кейемен сисендергән ҡатынының беләгенә һүгенеп тондорғанын күңеле менән белә. Тос йоҙроғо ҡатынының беләген күгәртеүен дә, уның күҙ йәштәре менән ҡулын ыуалап мунса стенаһына һөйәлеүен дә күрмәй ул. Башында бер уй ҙа юҡ, барыбер иртәнсәк йомшаҡ, йылы урынында уянасаҡ. Тик был юлы ҡатынының, сикәһен ауырттырып семтеп ебәреүен һиҙеп, ҡапыл күҙен асты. Беренсе уйы, ҡырындырғанда ҡырҡып ебәргәндер был мине, булды. Асыуынан, осора һуғайым тип, ҡулын күтәргәйне, ҡаты ауыртыныуҙан уянып китте.
Төш кенә булған икән, төш кенә. Ниңә ысын түгел! Йөрәкте һыҙлатып ниңә элеккене ҡабатлап күрергә?! Уянғас йәне әрнеүенә түҙә алмай, ҡырын әйләнде, илай алмай ине. Түштәре һыҙлап, эстән янған йөрәк ялҡынына, күкрәк ситлеге генә һелкенеп һулҡылдай.
Тулыһынса: https://vatandash.ru/articles/proza/2024-05-10/urman-anuny-hik-y-g-ld-r-k-limullina-3760888
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 2